- Филарит Ихсан улы, һалымдарҙы түләүҙең һуңғы срогы ҡасан - ошо турала иҫкә төшөрөп үтегеҙ әле.
- Республика граждандарына 2018 йылдың 3 декабренә тиклем 2017 йылға милек өсөн һалымдарын түләп ҡуйыу зарур.
Башҡортостан Республикаһы һалым органдары көҙ башынан һалым түләү тураһында белдереү ҡағыҙҙарын ебәрә башланы. Шәхси кабинет менән файҙаланыусыларҙың барыһы ла Федераль һалым хеҙмәте сайтында электрон рәүештә һалым тураһында белдереүҙәр алды.
Ҡалған һалым түләүселәргә белдереү ҡағыҙҙары йәшәү урыны адресы буйынса ебәрелде һәм Рәсәй почтаһы тарафынан 1 ноябргә тиклем илтеп тапшырылырға тейеш.
Һалым түләү өсөн квитанциялар, ғәҙәттәгесә, белдереү ҡағыҙына теркәлгән. Ҡайһы бер граждандар милек һалымдарынан тыш белдереү ҡағыҙында тағы ла бер һалым күрәсәк, ул да булһа – физик шәхестәрҙең килеменә һалым. Быныһы инде һалым агенты (ойошма йәки шәхси эшҡыуар) кемдәргә физик шәхестәрҙең килеменән һалым тотолмаған, шулар инспекцияға килем түләү факты тураһында белдереү ебәреүнә ҡағыла.
Түләүҙәрҙе яҡын-тирәләге банк йәки Рәсәй Почтаһы бүлексәһендә терминал аша, һәм шулай уҡ шәхси кабинеттан онлайн-режимында йәиһә «Һалымыңды
түлә» интернет-сервисы менән файҙаланып Федераль һалым хеҙмәте сайтында (
www.nalog.ru) түләргә мөмкин.
- Федераль һалым хеҙмәте сайтында Шәхси кабинет нимә ул – шуны аңлатығыҙ әле.
- Федераль һалым хеҙмәте сайтында физик шәхестәр өсөн бик уңайлы сервис бар – физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенәең Шәхси кабинеты. Уға инеү өсөн физик шәхес иң тәүҙә Рәсәйҙең теләһә ҡайһы һалым органында үҙенең шәхесен раҫлаусы документ менән (логин һәм пароль) ала ала.
Теркәү картаһына рөхсәт алғандан һуң тәүге 30 көн эсендә паролде мотлаҡ активацияларға кәрәк.
Был сервис һалымдар буйынса бурысың бармы-юҡмы, иҫәпләнгән һәм түләнгән суммалар, милекселек объекттары, онлайн режимында һалымдарҙы түләү, 3-НДФЛ формаһы буйынса һалым декларацияһын тултырып электрон рәүештә һалым инспекцияһына ебәреү, артыҡ түләнгән аҡсаңды ҡайтарып алыуға ғариза ебәреү, һалым инспекцияһына барып тормай ғына һалым органдарына мөрәжәғәт итеү тураһында актуаль мәғлүмәт алырға форсат бирә.
- Әлеге ваҡытта пенсионерҙар өсөн милек һалымы буйынса закон менән билдәләнелгән ниндәй ташламалар бар?
- Рәсәй Федерацияһы Һалым Кодексының (артабан-Кодекс) 32-се главаһындағы бүлегендәге положениеларға ярашлы, пенсия ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә пенсия алыусы пенсионерҙарға пенсия тәғәйенләнгән айҙан алып физик шәхестәр милкенә һалым түләү буйынса ташламалар бирелә.
Кодекстың 407-се статьяһындағы 3 һәм 4 пункттарға ярашлы, физик шәхестәрҙең милкенә һалымдар буйынса ташламалар һалым түләүсенең һайлауы буйынса һалымдың һәр төрөнән бер объектҡа ғына бирелә:
4) хужалыҡ төҙөлөшө йәки ҡоролмаһы, майҙаны 50 квадрат метрҙан артмаған һәм баҡса хужалығы ерендәге шәхси участкаларға урынлашҡан йәки шәхси торлаҡ төҙөлөшө (Кодекстың 407 ст, 1 п, 14 пп.);
5) гараж йәки машина ҡуйыу урыны.
Физик шәхестәрҙән һалым түләү буйынса ташламалар күсемһеҙ милек объекттарына, кадастр хаҡы 300 млн. һумдан артыҡ булған эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә файҙаланылған объекттарға бирелмәй.
Рәсәй Федерацияһы ҡануниәт менән билдәләнгән ай һайын түләнелә торған ғүмерлек пенсия алыусы пенсионерҙарға Кодекстың 391-се статьяһығы положениеға ярашлы, хосуси милек булған ер участкаһының 600 квадрат метр майҙаны һалым базаһының кадастр хаҡы дәүмәленә кәмей.
Ер һалымы һәм физик шәхестәр милкенә һалым буйынса ташламалар һәм һалым нормалары урындағы үҙидара вәкәләтле органдар тарафынан билдәләнелә.
Тулыһынса мәғлүмәтте электрон сервиста Федераль һалым хеҙмәтенең (
www.nalog.ru) «милек һалымдары буйынса нормалар һәм ташламалар тураһында белешмә мәғлүмәт» сайтында табырға була.
- Әгәр граждан һалымын тейешле сроктан һуң түләһә, һалым органдары тарафынан ниндәй саралар күрелә?
- Һалымыңды ваҡытында түләмәгән осраҡта, икенсе көнөнән башлап көн һайын пеня (Рәсәй Үҙәк Банкының рефинанслау ставкаһынан 1/300) йыйылып бара. Унан һуң Кодекс менән билдәләнгән срокка һалымын түләү буйынса бурыс өсөн рәсми ҡағыҙ ебәрелә.
Әгәр ҙә ошонан һуң да бурысы түләнмәгән булһа, ул саҡта һалым органдары физик шәхесте милке иҫәбенә бурысын ҡаплатыу тураһында ҡа ғариза яҙыла. Суд приказ сығарғандан һуң, ул суд башҡарыусылар Федераль хеҙмәтенә ебәрелә (ФССП). Һөҙөмтәлә һалым түләү буйынса бурысы булған физик шәхестән, түләмәгән бурысынан тыш, 200 һум күләмендә госпошлина һәм 2000 һумдан да кәм булмаған башҡарыу йыйымы алына.
- Һалымдар буйынса һорауҙар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
- Һалым түләүсе һалымдарын иҫәпләү буйынса аңлатмалар алыу өсөн үҙенә уңайлы юлды һайлай ала:
- электрон рәүештә Рәсәй ФНС (Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте) сайтында (
www.nalog.ru) “Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә” сервисы аша;
- телефон аша берҙәм федераль номерға 8-800-222-2222 (шылтыратыу бушлай);
- почта аша яҙма рәүештә мөрәжәғәт итергә;
- йәшәү урыны буйынса шәхсән һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡына уңайлы булһын өсөн 12 ноябрҙән алып 15 декабргә тиклем инспекцияның операция залы түбәндәге график буйынса эшләй:
- дүшәмбенән алып - йомаға тиклем һәр көн 9.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем төшкөлөккә тәнәфесһеҙ;
- һәр шәмбе 10.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем.
Ҡайһы бер ярҙамдарҙы Күп функциялы үҙәк республика дәүләт автономия учреждениелары офистарында алырға мөмкин.
Федераль һалым хеҙмәтенең 19 төрөн граждандар Күп функциялы үҙәк республика дәүләт автономия учреждениелары (РГАУ МФЦ) офисына мөрәжәғәт итеп ала. Стәрлетамаҡта өс урында ошондай офис (дәүләт һәм муниципаль ярҙам биреү үҙәге) бар. Беҙҙең хеҙмәттәр араһында иң күп һорау менән файҙаланғаны – ул юридик шәхестең һәм шәхси эшҡыуарҙың документтарын теркәүгә биреү; физик шәхестәрҙе һалым учетына ҡуйыу (ИНН алыу), физик шәхестәрҙең милек һалымдары буйынса бурыстарын түләүгә квитанциялар биреү, ЕГРЮЛ (Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестры) һәм ЕГРИП-тан (Шәхси эшҡыуарҙарҙың берҙәм дәүләт реестры) белешмәләр биреү. Былар – РФ территорияһында теркәлгән юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар тураһында белешмәләр булған берҙәм федераль базалар