Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2018, 01:49

Ихата эсендә кешене тапағандар.

Ҙур юлдарҙа ғына түгел үҙ ихатаңда ла йөрөү ҡурҡыныс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы кисә ҡалабыҙҙа теркәлгән хәл тап ошо турала һөйләй.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “ГАЗель” йөк машинаһы менән идара иткән 50 йәшлек водитель ихатала кеше тапаған. Йәйәүле ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Билдәле булыуынса автомобиль йөрөтөүсе машинаһы менән артҡа биргән булған, тик автомобиль артынан үтеп барыусы 49 йәшлек ирҙе күрмәй ҡалған. Ваҡиға буйынса тикшереү башланған.
Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлек эсендә республикала 8 юл ҡазаһы теркәлгән. Бер кеше һәләк булған, 11-е йәрәхәтләнгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәрҙе тикшерә. Профилактик рейдтар даими уҙасаҡ. Улар юлдарҙа тәртип булдырыу һәм именлек тәьмин итеү маҡсатында ойошторола.
Читайте нас: