Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2018, 18:38

Пенсия яңы йыл байрамдарында ла таратыла

2019 йылда Башҡортостанда пенсия таратыу 3 ғинуарҙа башлана һәм почта элемтәһе ойошмаларының эш режимын иҫәпкә алып тормошҡа ашырыла. Почта элемтәһе ойошмалары аша пенсия һәм башҡа түләүҙәр алған пенсионерҙарға байрам һәм ял көндәре өсөн таратыу датаһы декабрь пенсияһы квитанцияларында күрһәтелгән.
9 ғинуарҙан пенсиялар билдәләнгән графикка ярашлы таратыла. Кредит ойошмаларына пенсия аҡсаһы килешеүҙә яҙылған ваҡытта күсерелә.
Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров һүҙҙәренсә, бүлексә 1 миллион 175 мең пенсионерға пенсия түләй, уларҙың 40 проценттан ашыуы – почта элемтәһе ойошмалары, 59 проценттан күберәге кредит ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.
http://www.bashinform.ru/news/1245638-v-bashkirii-pensiyu-budut-dostavlyat-i-v-novogodnie-prazdniki/
Читайте нас: