Баҙарҙа һатып торам. Яңы ғына тауар килгән ине, улар менән булышып йөрөгән мәлдә ике егет килеп өндәште:
- Ағай ярҙам итеп ебәрегеҙсе, ҡабаланабыҙ, тине улар.
Етди генә кейенгән теге икәү йыш ҡына осрай торған хәлгә ҡалғандар.
- Күрше бүлектә шәп кенә пальто һатып алырға ине, размеры ла тура килде, төҫө лә хаҡы ла оҡшай, тик ҡул аҡса алмағанбыҙ. Биш мең бирегеҙ ҙә, ә беҙ һеҙгә онлайн картағыҙға күсерербеҙ аҙаҡ сығартып алырһығыҙ әле, -тип үтенесен аңлатты улар.
-Ярар, тип эштәремде һалып тороп йомоштарын үтәргә булдым. Күрше бүлеккә лә тауарын үткәрергә ярҙамлашырмын, яңы ғына эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлағандар.
- Телефон һандарын әйтегеҙ ҙә, хәҙер күсерәбеҙ аҡсаны.
Телефоным смс килеү тураһында белдереп зыңғырланы, унда сумманың күсеүе тураһында яҙылған ине. Биш меңемде тотторҙом. Онлайн банк менән дә яҡшы танышмын, ҡалай уңайлы ул, тип яҡшы кәйеф менән эшемде дауам иттем.
Тишек кәмгә ултыртып киткәндәрен аҙаҡ ҡына, банк картаһында аҡса тулмағанын күргәс кенә белдем. Баҡтиһаң смс та банктан булмаған, ябай кеҫә телефонынан. Шулай итеп заманса отоп кителәр, ҡайҙан ғына уларҙы эҙләп табаһы.