Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2018, 20:53

Республиканың Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ хеҙмәткәренең үлем осрағын тикшерә

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге ведомство хеҙмәткәре — ЮХХДИ инспекторының үлем осрағын тикшерә башланы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тәртип һаҡсыһы үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә асыҡлыҡ индереүҙәренсә, 3 декабрҙә Ҡыҙылъяр ауылындағы шәхси хужалыҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нуриман районы буйынса бүлеге хеҙмәткәренең кәүҙәһе табылған. Полицейскийҙар ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡан.
«Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге ваҡиға сәбәптәрен билдәләү өсөн хеҙмәт тикшереүен башланы. Был хәл ғаилә-көнкүреш нигеҙендә булыуы мөмкин, тип фаразлана», — тип хәбәр иттеләр ведомствола.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл ноябрь башында Эске эштәр министрлығының Кушнаренко районы буйынса бүлеге полицейскийы, шулай уҡ Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге хеҙмәткәре үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Читайте нас: