Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2018, 15:43

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре транспорт һалымынан азат ителә

Республикала күп балалы ғаиләләрҙән тыш, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә транспорт һалымынан азат ителә.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика законына ошондай төҙәтмәләр индерҙе. Дәүләт Йыйылышының киләһе ултырышында депутаттар уларҙы раҫларға тейеш.
Льготаны ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге бер автомобилгә биреү күҙаллана. Әгәр ғаиләнең ике автомобиле булһа, льгота уларҙың береһенә генә ҡағыла. Льгота 2024 йылға тиклем ғәмәлдә. Льгота индереү бюджетҡа 25 миллион һумға төшә.
«Башинформ» агентлығы яҙғанса, киләһе йылдан Башҡортостанда транспорт һалымы буйынса яңы льгота барлыҡҡа килә — ишле ғаиләләр уны түләүҙән азат ителә. Бюджеттың алынып етмәгән килеме 150 миллион һум тәшкил итәсәк, аҡса ҡаҙнаға һалынған да инде.
http://www.bashinform.ru/news/1247399-v-bashkirii-osvobodyat-ot-transportnogo-naloga-roditeley-detey-invalidov/
Читайте нас: