Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Декабрь 2018, 21:58

Иғтибар, конкурс

Шулай итеп, редакция гәзит уҡыусылар араһында(!) 18 декабргә тиклем “Мөғжизәле Яңы йыл” исемле темаға ирекле жанрҙа ҡулъяҙмалар көтә. Унда Яңы йылды ҡаршылағанда ниндәй мөғжизәләргә тарыуығыҙ, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһында бәйән итергә кәрәк буласаҡ.

Иң ҡыҙыҡлы эштәр бүләккә эйә булып ҡына ҡалмаясаҡ, ә гәзитебеҙҙең байрам һандарында ла баҫыласаҡ.

Эштәрегеҙҙе, ҡағыҙ битендә яҙған осраҡта, конвертҡа һалып, редакция адресына ебәрә алаһығыҙ. Компьютер төймәләренә баҫып ҡына ижад итеүселәр эштәрен “Бәйләнештә” сайтында ошо конкурс хаҡындағы яҙма аҫтында комментарий итеп беркетергә тейеш.

Әйткәндәй, “Бәйләнештә” сайтында ошо конкурс хаҡында дуҫтарына ла һөйләүселәр (репост яһаусылар) араһында айырым бүләк уйнатыу ҡаралған. Бында иһә шарт ябай ғына: кем иң һуңғы булып яҙманы тарата – шул еңеүсе.
Читайте нас: