Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2018, 14:16

Хаҡлыҡҡа бәйле хәл

Хаҡлыҡҡа бәйле хәл Октябрь уртаһында, власть үҙгәреп, республика етәксеһе итеп Радий Хәбиров тәғәйенләнеү менән, Башҡортостанда «Бәйләнештә», «Класташтар», «Инстаграм» һәм «Фейсбук» кеүек эре социаль селтәрҙәрҙе тикшереүсе бер нисә компьютер программаһы эшкә ебәрелде. Улар халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе кисекмәҫтән хәл итеүгә булышлыҡ итә. Ниндәй программа тураһында һүҙ бара, ул нисек эшләй һәм күпме кешегә ярҙам иткән? Был хаҡта әлеге башланғыстың кураторы — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов һөйләне.Ни өсөн Башҡортостан етәкселеге беҙҙең социаль селтәрҙәрҙе күҙәтә?

Радий ХӘБИРОВ,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:
— Социаль селтәр уйынсыҡ түгел. Беҙ һеҙгә эшһеҙлектән эш уйлап сығарып ултырмайбыҙ. Ул — мәғлүмәт алыу һәм эшкәртеү өсөн бик уңайлы һәм мөһим алым. Унда һеҙгә ҡарата ыңғай йәки кире фекерҙәр, эшмәкәрлегегеҙгә баһа бик асыҡ сағыла.
Был ни өсөн кәрәк?
Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандан биш миллион самаһы аккаунт теркәлгән — кемдер бер генә сәхифә булдырған, бәғзеләр һәр социаль селтәрҙә «ултыра». Шуларҙың бары 500 меңе генә — көн һайын әүҙем яҙышҡан ҡулланыусы. Әлеге программа ошо постарҙы, ҙур һәм бәләкәй берләшмәләрҙәге хәбәрҙәрҙе тикшерә, халыҡтың аһ-зарын барлай һәм мәсьәләне тиҙерәк хәл итеү өсөн уларҙы тейешле кешегә еткерә.
— Беҙ онлайн режимда йәмәғәт фекерен өйрәнеү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Күҙ алдына килтерегеҙ: халыҡ тарафынан власть эшмәкәрлеге тикшерелгән һәр урында — өйҙә, мунсала, ауыл хакимиәте янында була алабыҙ. Бөгөн социаль селтәрҙәр көнүҙәк проблемалар хаҡында фекер алышыу майҙансығына әйләнә бара. Уларҙа ҡатнашмаған етәкселәргә халыҡ виртуаль донъяла ғына түгел, ысын тормошта ла кире ҡарашын белдерә, — тип билдәләне Ростислав Мырҙағолов.
Интернеттағы яҙмалар проблемаларҙы хәл итеүҙә ниндәй әһәмиәткә эйә?
Төп шарттарҙың береһе — һеҙ күтәргән мәсьәлә шәхси мәнфәғәтте ҡайғыртырға тейеш түгел, уның дөйөм халыҡҡа ҡағылышлы булыуы зарур. Мәҫәлән, урамда ҙур соҡор барлыҡҡа килгән, уның янында балалар уйнай. Был бик хәүефле, һеҙ бер нисә тапҡыр шылтыратып әйтеүгә ҡарамаҫтан, коммуналь хеҙмәттәр мөрәжәғәтегеҙгә ҡолаҡ һалмай, соҡорҙо күмергә ашыҡмай. Артабан бына нимә эшләргә:
1) Һеҙ үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә һәм район хакимиәтенең шәхси төркөмөндә, килеп тыуған хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереп, яҙма һалаһығыҙ. Әгәр шул уҡ соҡор тураһында күршеләрегеҙ ҙә дәғүә белдерһә, тағы яҡшыраҡ буласаҡ.
2) Программа мәсьәләнең етдилеген, балаларға хәүеф янауын күрә һәм башҡараһы бурысты билдәләй. Ул «инцидент» тип атала.
3) Төбәк модераторҙары проблеманың мөһимлеген баһалап, мәсьәләне хәл итеү өсөн кемгә мөрәжәғәт итеүҙе билдәләй: министрлыҡҡамы әллә урындағы хакимиәткәме. Һәр министрлыҡта, ведомствола һәм хакимиәттә шундай «инциденттар» өсөн яуаплы кеше билдәләнгән. Улар бер нисә сәғәт эсендә хәбәрҙе алыуы хаҡында белдерергә тейеш. Артабан мәсьәләне хәл итеү өсөн һигеҙ көн ваҡыт бирелә. Яуаплы орган башҡарылған эштәргә отчет бирә, һөҙөмтәне фотоһүрәттәр менән раҫлай. Әгәр ул ебәргән яуап төбәк модераторын ҡәнәғәтләндермәһә, яуаплы кеше уны яңынан әҙерләй. Ә ваҡыт үтә.
4) Система һәр этапты теркәп, чиновниктарҙың рейтингын билдәләп бара. Былар барыһы ла кадрҙар мәсьәләһен хәл иткәндә иҫәпкә алына.
Ике ай ярым дауамында система 38 меңгә яҡын «эш» таратҡан. Уларҙың 25,5 меңе, йәғни 66 проценты осрағында ҡалалар һәм райондар етәкселәре, өҫтән ҡушҡанды көтмәйенсә, мәсьәләне үҙҙәре хәл итеүгә өлгәшкән.
Эш һөҙөмтәлелеге буйынса райондар дүрт өлөшкә бүленә. «Йәшелдәр» — яҡшы эшләгән хакимиәттәр. Улар яҡынса өстән бер өлөштө тәшкил итә. «Һарылар»ҙы мәктәптә «дүртле»гә өлгәшеүселәр менән тиңләргә мөмкин. Барыһы ла яҡшы кеүек, әммә эшләнеп етмәгән урындар ҙа бар. «Ҡыҙғылттар» — хәүеф биләмәһе, барыһы ла насар тип әйтеп булмай, әммә яҡшы яҡтар ҙа аҙ. Халыҡты тыңламайҙар. «Ҡыҙылдар» — «икеле» билдәһенә уҡыусылар, ҡуйылған бурысты үтәй алмаусылар. Ундайҙар икәү генә. Рейтинг менән тулыһынса танышырға теләһәгеҙ, ошо һылтанма буйынса үтегеҙ: https://goo.gl/kwfyzD.
Шуныһы ҡыҙыҡ: «Бәйләнештә» — иң әүҙем ҡулланылған социаль селтәр, бөтә мөрәжәғәттәрҙең 53 проценты тап уның өлөшөнә тура килә. Икенсе урында — «Инстаграм» — 33 процент. Артабан «Класташтар» — 7, «Фейсбук» — 6 процент.
— Радий Хәбиров төбәк етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнеү менән бөтә етәкселәрҙе, шул иҫәптән ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарын йыйҙы һәм осрашыу барышында «кем халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалмай, шулар минең командамда эшләмәйәсәк» тип белдерҙе. Был ҡағиҙә тайпылышһыҙ үтәлә, — тине Ростислав Мырҙағолов.
Насар яуап өсөн етәкселәрҙе эштән ҡыуасаҡтармы?
Эйе! Әле үк вазифаһын ҡалдырыусылар бар. Красногорскиҙа, республикабыҙ етәксеһенең элекке эш урынында, мониторинг һөҙөмтәләренә ярашлы байтаҡ ҡына кадрҙар алмашынды, урынбаҫарҙар, идаралыҡ начальниктары вазифаһынан бушатылды. Тиҙҙән барыһы ла алдашыуҙың карьера өсөн ҡурҡыныс алым булыуын аңланы һәм «тәртип боҙоуҙан» туҡтаны.
Башҡортостанда ла тәүге район етәксеһе вазифаһын бушатты — Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов эштән китте. Был ваҡиғанан саҡ ҡына алдараҡ, каникул осоронда, уның уҡытыусыларҙы түләүһеҙ ялға ебәреү осрағын Радий Хәбировтан йәшереүе билдәле булғайны.
Беҙ бөтә ғаилә менән яҙабыҙ ҙа, программаны алдайбыҙ
Мониторинг өсөн тәғәйенләнгән программалар «бик аҡыллы», уларҙы алдау мөмкин булмаған эш, тип әйтергә лә мөмкин. Мәҫәлән, улар ысын кешеләрҙе — боттарҙан, яңы теркәлеүселәрҙе электән әүҙем булған ҡулланыусыларҙан айыра. Әгәр һорау бәхәсле булһа, өҫтәмә аналитика яһала — модераторҙар һәр хәл-ваҡиғаны айырым тикшерә.
— Беҙҙә төбәк етәксеһенең улар менән генә аралашыуын, уларҙы ғына тыңлауын теләгән билдәле блогерҙар бар. Программа социаль селтәрҙәге әүҙем 500 мең ҡулланыусының хәбәренә был яҙма халыҡ мәнфәғәтенә ҡағылған осраҡта ғына иғтибар итә. Уның өсөн кешенең билдәле булыу-булмауы, оҫта яҙыу-яҙмауы мөһим түгел, — ти Ростислав Мырҙағолов.
Ә элекке кеүек хат яҙырға мөмкинме?
Әлбиттә, мөмкин. Был алымды бер кем дә юҡҡа сығармаған. Элеккесә һәр кем хат яҙып (мәҫәлән, «Асыҡ республика» сайтында), яуап көтә ала. «Граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында» законда етәкселәрҙең һәр хатҡа 30 көн эсендә яуап бирергә тейешлеге билдәләнә, әммә уның эстәлеге һәм мәсьәләнең асылына тап килеүе — чиновник намыҫында. Бынан тыш, ул «бюрократ» режимын ҡулланып, яуап хатын тағы 30 көнгә кисектереүе, һөҙөмтәлә исем өсөн нимә булһа ла яҙып ебәреүе ихтимал. Ә яңы система — күпкә етеҙерәк һәм ҡәтғирәк алым. Был осраҡта яуап хаты ебәреп кенә ҡотолоп булмай, һәр етәксенән мәсьәләне аныҡ хәл итеү юлдары талап ителә.
Читайте нас: