Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2018, 00:07

Табиптарға һәм уҡытыусыларға бүләк алыуҙы тыйырға уйлайҙар

Рәсәйҙә табиптарға һәм уҡытыусыларға, ил чиновниктарына тыйылған кеүек үк, бүләктәр ҡабул итеүҙе тыйыуҙары мөмкин. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәтенә һылтанма менән «Российская газета» хәбәр итә.
Тейешле закон проекты хөкүмәт комиссияһы тарафынан хупланған һәм Дәүләт Думаһына индерелгән.
Табиптар һәм уҡытыусылар бүләк бирергә тырышҡан һәм шул рәүешле уларҙы коррупцияға йәлеп иткән кешеләр хаҡында етәкселеккә хәбәр итергә тейеш.
Закон проекты ҡабул ителгән осраҡта, сәскәләр һәм канцелярия тауарҙарын алыуҙы рөхсәт итергә уйлайҙар.
http://www.bashinform.ru/news/1249543-rossiyskim-vracham-i-uchitelyam-zapretyat-prinimat-podarki/
Читайте нас: