«Янғантау» менән бер рәттән был республикала икенсе геопарк була. Уның маҡсаты асыҡ — ЮНЕСКО ярҙамында шихандарҙы популярлаштырыу, уларҙы донъяла танытыу. Ошондай туристик-рекреацион зона республика өсөн ҡеүәтле үҫеш нөктәһе булырға, туризмды, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр асырға тейеш. Дөйөм алғанда, ошо тәбиғәт һәйкәлдәрен һөҙөмтәле һаҡларға мөмкинлек бирә. Шуның менән бергә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары сәнәғәт инфраструктураһын һәм эш урындарын һаҡлап ҡала», — тип билдәләне Илшат Тажетдинов.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, артабан геопарк ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫ объекттары исемлегенә индереү өсөн тәҡдим ителергә тейеш.
Документта билдәләнеүенсә, парк республиканың геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, шулай уҡ туризмды үҫтереү өсөн булдырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1249909-vitse-premer-ilshat-tazhitdin-sozdanie-geoparka-toratau-sberezhet-dlya-bashkirii-shikhany-/