Байрамға республиканың 11 балалар йортонан уҡыуҙа, ижади һәм интеллектуаль эшмәкәрлектә юғары уңыштарға өлгәшкән, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңгән 15 тәрбиәләнеүсе саҡырылған.
«24 декабрҙә иртән балалар «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан оса. Мәскәүҙә уларҙы «Аквариум» һәм «Арт Мәскәү» ҡунаҡхана комплексына урынлаштыралар. Сараның программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы. Балаларҙы ҡала буйлап экскурсия, «Танышыу кисәһе», яңы йыл дискотекаһы, океанариум көтә. Шулай уҡ улар «Ал сәскә» боҙ шоуын ҡарай һәм яңы балында ҡатнаша», — тип белдерҙеләр төбәктең Мәғариф министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1251049-vospitannikov-detskikh-domov-bashkirii-priglasili-na-novogodnyuyu-elku-v-moskvu/