Ведомстволарҙың иғтибары балалар ташыуҙы ойоштороуға йүнәлтелә, ЮХХДИ постары балалар күп йөрөгән урындарға яҡыная. Шулай уҡ инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстар үткәрә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ноябрь йомғаҡтары буйынса республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 412 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа 17 баланың ғүмере өҙөлгән, 444-е төрлө йәрәхәттәр алған. Юл фажиғәләренең яртыһында балалар пассажир булған, уларҙың унауһы шулай уҡ ошо категорияға тура килә. Етәүһе — йәйәүле.
«Дәүләт автоинспекцияһы һәм уҡытыусылар водителдәрҙән бала ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймауҙарын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен һорай. Юлығыҙҙа кескәй йәйәүлене күргәс тә, алдан уҡ тиҙлекте кәметегеҙ, сөнки балаларҙың юлда үҙҙәрен нисек тотоуын әйтеп булмай», — тинеләр ЮХХДИ-да һәм ата-әсәләрҙе балаларға йәйәүлеләр өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрөргә саҡырҙылар.
http://www.bashinform.ru/news/1252205-gibdd-bashkirii-provodit-masshtabnuyu-profilakticheskuyu-aktsiyu/