Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2018, 17:21

Андрей ШИРЯЕВ: “ЫШАНЫСТЫ АРТАБАН ДА АҠЛАРҒА ТЫРЫШАСАҠБЫҘ!”

Депутат тигәс, күҙ алдына, тәү сиратта, закон сығарып, ҡул күтәреп, тауыш биреп ултырған кешеләр килеп баҫа. Ғәмәлдә уларҙың эшмәкәрлеге, әлбиттә, ҡануниәт буйынса фекер алышыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Ҡала Советы депутаттары нимә менән мәшғүл? Ниндәй идеялар менән яна? Ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, беҙ Советтың рәйесе Андрей ШИРЯЕВҡа мөрәжәғәт иттек.

Эш хаҡы түләнмәй
– Андрей Анатольевич, ҡала Советында нисә депутат эшләй һәм уларҙың эшмәкәрлеге нисек ойошторолған?
– Ҡалала йәшәү һәм эшләү өсөн ҡала округы Советының уставы төп документ булып тора. Уставҡа ярашлы, ҡала Советында 25 депутат булырға тейеш. 12 депутат бер мандатлы округтар буйынса, ә 13 депутат партия исемлектәренән һайланған. Бөтә депутаттар ҙа йәмәғәт башланғыстары нигеҙендә, үҙҙәренең төп эштәренән буш ваҡытта эшләй һәм бының өсөн уларға эш хаҡы түләнмәй. Беҙҙең эште Совет секретары һәм ойоштороу бүлеге яйға һала, улар документтар, ултырыштар, түңәрәк өҫтәл, президиумдар һәм башҡа ойоштороу эштәрен әҙерләү менән мәшғүл.
– Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы ниндәй пландар менән йәшәй?
– Пландар бик күп. Торлаҡ-комму-наль хужалығы буйынса комиссия ҡала хакимиәте менән йәнәшә төҙөкләндереү буйынса яңы ҡағиҙәләр өҫтөндә эшләй. Сәнәғәт һәм транспорт буйынса комиссия «Троллейбус идараһы» муниципаль предприятиеһын аяғына ныҡлы баҫтырыу юлдарын эҙләй. Социаль һорауҙар буйынса яуаплылар ҡалаға йәш медицина белгестәрен йәлеп итеү, депутаттар ҡарамағында булған ата-әсәләр ойошмаһын булдырыу мәсьәләләрен сисә, ә бюджет буйынса комиссия көндәлек кәрәк-яраҡтарҙан әллә ни артыҡ ҡалмаған аҡсаларҙы ҡала проекттарына бүлеп ҡалдырырға тырыша. Барыһы ла бер-береһенә тығыҙ бәйле, шуға ла ҡалала тормош тағы ла еңеләйһен һәм йәшәү уңайлы булһын өсөн тырышып күп яҡлы эш алып барабыҙ.
Балалар дауаханаһы, Хушлашыу йорто
һәм ветерандар
– Ҡала депутаттары йыш ҡына үҙ инициативаһы менән иң киҫкен мәсьәләләр уртаһында ҡайнай һәм уларҙы хәл итә. Шундай эштәрҙең береһе – балалар дауаханаһына ремонт.
– Балалар дауаханаһына килгәндә, был – депутаттарҙан иң етди проекттар-ҙың береһе. Сөнки балаларҙың уңайлы шарттарҙа дауаланыуы мөһим, ә беҙҙең дауахана торошо бик шәптәрҙән түгел ине. Инициатива әлегә тиклем һайланған депутаттар корпусы тарафынан уҡ сыҡҡайны, уның хәрәкәтен төп ҡуҙғатып ебәреүсеһе Наталья Баринова булды. Ул был һорау менән республика Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итте һәм аҡса бүленде. Әммә эш бының менән генә тамамланманы, ремонттың башҡарылыуын күҙ уңынан ысҡындырманыҡ. Күсмә ултырыштар, эшлекһеҙ подрядсылар менән әңгәмәләр, уларҙы тиҙләтеү. Артабан ремонтты башҡарып сығыу өсөн финанс етешмәүе асыҡланды. Ул мәсьәләне депутат Сергей Подцепняк һәм “Башҡорт сода компанияһы” ярҙамында еңеп сыҡтыҡ. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамай маҡсатыбыҙға ирешәбеҙ, ҡуҙғалған эш еренә еткереп ҡуйылды, хәҙер унда шарттар ҙа яҡшырҙы. Учреждение торошоноң яҡшырыуы, балаларҙың тиҙерәк һауығыуына булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ, тип өмөтләнәм.
Беҙҙең өсөн уларҙың һаулығы ла, үҫеше лә берҙәй ҡиммәт. Оҙаҡламай, мәҫәлән, яҡшы уҡығандарға, олимпиадала еңеүселәргә, әүҙем балаларға Депутат шыршыһы байрамын үткәрәсәкбеҙ.
– Депутаттар тағы ла ниндәй әүҙемлектәр күрһәтә?
– Улар бик күп, балалар дауа-ханаһынан йыраҡ китмәйек, мәҫәлән, биләмәлә мәйетхана булыуын күптәр белә. Депутаттар корпусы уны икенсе урынға күсереү мәсьәләһен күтәрҙе һәм балалар дауаханаһында ремонт барышында был проблеманы ла хәл итеү юлдарын эҙләнек. Әлеге мәлдә яңы бина төҙөлгән, ул Гоголь урамында урынлашҡан, яңы йылға тиклем унда тулыһынса күсеү ҡаралған, ә иҫке бина емереп ташланасаҡ. Депутаттар инициативаһы менән Хушлашыу йорто ойошторолдо, унда кешене һуңғы юлға оҙатыу йолаһын үтәү өсөн шарттар булдырылған. Был яңылыҡ бигерәк тә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр өсөн бик мөһим, сөнки ҡыҫынҡы подъездарҙа табутты күтәреп йөрөү үҙе генә ниндәй ауырлыҡ тыуҙыра, ә мәрхүм менән хушлашырға килгәндәр байтаҡ булһа, ҡыҫырыҡ фатирҙа йәнә уңайһыҙ.
Депутаттар иғтибарын балаларға ғына түгел, ветерандарға ла бүлә. Ветерандар менән дә осрашабыҙ, сәй эсеүҙәр ойошторабыҙ, байрамдарҙа һәр береһен барып ҡотлайбыҙ, үҙ аҡсабыҙға бүләктәр һатып алып, күңелдәрен күрәбеҙ. Шуныһы ҡыҙғаныс: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылдан-йыл һирәгәйә бара.
Әүҙемерәк булһағыҙ ине, стәрлетамаҡтар
– Ҡала халҡы менән бәйләнеш нисек булдырылған, депутаттар ҡасан ҡабул итеү көндәре ойоштора?
– Проекттар беҙҙә күп, улар ярҙамында ҡалала йәшәүселәрҙең тормошон ысынлап та үҙгәртә алырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ. Шулай ҙа халыҡтан да инициативалар көтөп ҡалабыҙ, беҙгә үҙ тәҡдимдәрен һәр кем еткерә ала. Төҙөкләндереү, төҙөлөш, йәки башҡа төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары, йә ҡалала ҙур саралар ойоштороу тәҡдимдәре менән беҙгә мөрөжәғәт итһендәр ине. Бик һирәктәр генә үҙ тәҡдимдәрен, проекттарын килтерә. Шулай уҡ стәрлетамаҡтарҙың депутаттарҙың эшен баһалауҙа ла әүҙемлек күрһәтеүен теләр инем.
Халыҡты ҡабул итеүгә килгәндә, ул айына бер тапҡыр ойошторола, уның графигы гәзиттәрҙә һәм беҙҙең сайтта баҫыла. Ҡайһы бер саҡта һайлаусыларыбыҙ ҡабул итеү көндәре булмағанда ла килә, уның ҡарауы, бер кемде кире бороп ебәрмәйбеҙ, әлбиттә. Ваҡыт табып, мөрәжәғәттәрен тыңлайбыҙ, хәл итергә тырышабыҙ. Тик граждандар беҙгә, ғәҙәттә, бөтә инстанцияларҙы урап үтеп, ҡулдарында суд ҡарарҙары булғас мөрәжәғәт итәләр. Был осраҡтарҙа ла ярҙам итергә тырышып ҡарайбыҙ, тик ҡайһы берҙә эштәр хәл итеп булмаҫлыҡ кимәлдә лә була.
Эшкә урынлашыу, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡҡа бәйле һорауҙар менән йыш киләләр. Ә шулай ҙа мөрәжәғәттәрҙең иң күбеһе торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өлкәһенә ҡағыла.
Әйткәндәй, депутаттар һорауҙарға шулай уҡ телевидение йәки радио аша тура эфирҙа ла яуап бирә, гәзиттәр ойошторған “ҡыҙыу линия”лар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.
– Депутаттарҙың эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ?
– Үҙҙәрен тулыһынса депутат эшенә бағышлап, халыҡтың мәнфәғәте өсөн янып-көйгән депуттарҙы күреп, ҡыуанмау мөмкин түгел, ә кемгәлер тағы ла әүҙемерәк булыу ҡамасауламаҫ ине. Дөйөм алғанда, депутаттар яҡшы эшләй. Халыҡ уларҙы белә, уларға мөрәжәғәт итә. Советҡа бик күп рәхмәт хаттары килә икән, тимәк, беҙгә ышаныс юғары. Ошо ышанысты артабан да аҡларға тырышасаҡбыҙ.
Эльдар ФӘТТӘХОВ әңгәмәләште.
Читайте нас: