«Үҙгәреш — беҙҙең йөрәк талабы, үҙгәреш — беҙҙең күҙҙәр талабы», — тип башҡортса йырланы ул Виктор Цойҙың «Хочу перемен!» йырының ҡушымтаһын. Шул рәүешле танылған көрәшсе һәм Рәсәй сәйәсмәне Башҡорт теле көнөнә ҡарата флешмобты хуплауын белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» агентлығының директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов Башҡорт теле көнөнә ҡарата флешмоб иғлан итте. Социаль селтәргә #деньбашкязыка, #яратамбашкортостанды, #башкруто хэштегтары менән бик күп башҡортса роликтар һалынды. Флешмобҡа Валерий Меладзе ҡушылды.