Күп кенә туроператорҙар фекеренсә, Башҡортостан — үҙенсәлекле төбәк, бында бер нисә тәбиғәт зонаһы урынлашҡан: тауҙар, дала, урман. Республика шифаханалары һәм тау курорттары бөтә илгә билдәле. Ошо мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, һуңғы йылдарҙа бында һауыҡтырыу һәм экологик туризмдың төрлө төрҙәрен үҫтерә башланылар.
Рәсәй төбәктәрен туристик бизнестың үҫеш кимәле, туристик хеҙмәттәр әйләнеше, төбәктең рәсәйҙәр һәм сит ил ҡунаҡтары араһында популярлығы, туристик үҙенсәлеклек, шифахана-курорт тармағы үҫеше, төбәктең интернетта туристик бренд булараҡ популярлығы, шулай уҡ хәүефле хәл кеүек критерийҙар буйынса баһалағандар.
Төбәк бизнесы вәкилдәре әйтеүенсә, үҫеш стратегияһының, аныҡ һәм оҙайлы планлаштырыуҙың юҡлығы, поездарға һәм самолеттарға билеттарҙың ҡиммәтлеге, сифатлы арзан ҡунаҡханаларҙың аҙлығы, власть менән бизнес араһында мәғлүмәттең һәм аралашыуҙың етмәүе туризм тармағына йылдам үҫешергә ҡамасаулай.
Рейтингта Мәскәү, Краснодар крайы, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург, Ҡырым тәүге урындарҙы биләй.
http://www.bashinform.ru/news/1253689-bashkiriya-nazvana-odnim-iz-samykh-privlekatelnykh-dlya-otdykha-regionov-rossii-/