Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2018, 14:31

Ҡыш бабаймы, Ҡыш апаймы?!

Редакциянан: Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, беҙ кисә “Мөғжизәле Яңы йыл” конкурсына йомғаҡ яһаныҡ. Шулай итеп, конкурста дүрт кеше еңеп сыҡты һәм уларҙы редакция бүләктәре көтә. Был ғына ла түгел, беҙ уларҙың ҡулъяҙмаларын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.Бөгөн һүҙ – Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВАға.

Әлеге лә баяғы, Яңы йыл яҡынлаша башлаһа, байрамдарға Ҡыш бабай таба алмайҙар. Ҡыҙҙарым йөрөгән балалар баҡсаһында ла йыл һайын ошо мәсьәлә килеп тыуа.
Ҡыҙҙар менән шулай түҙемһеҙләнеп Яңы йыл кисәһен көтәбеҙ! Бер тоҡ тәмлекәстәр, бүләктәр тейәгән Ҡыш бабай килеп керҙе ниһайәт баҡсаға. Балалар бер-береһенә ҡарашты, аптырашты, тик бер һүҙ ҙә өндәшмәнеләр. Шулай байрам дауам итте, Ҡыш бабай ҡалын тауыштар сығарып балаларҙы маҡтаны, дәртләндерҙе, бүләктәр таратты.
Ҡыҙым күтәренке кәйеф менән ҡайтырға сыҡты, сөнки Ҡыш бабай уға күптән хыял иткән планшет бүләк иткән. Байрам тураһында матур итеп һөйләшеп ҡайтып бара торғас:
– Әсәй, ни эшләп Айгөл апай Ҡыш бабай булып кейенгән ул? – ти өс йәшлек ҡыҙым.
Мин юғалып ҡалдым, һиҙмәгән икән тиһәм, белгән бит сос бала.
– Ҡыш бабай өлгөрмәгән, ҡыҙым. Ер шарында балалар ны-ы-ы-ыҡ күп бит, уларҙың барыһына ла Ҡыш бабай килеп етә алмай, шуға Айгөл апайға тунын биреп торған, – тип әйтеүҙән башҡа сара тапманым.
Шулай итеп, йыл буйы көткән Ҡыш бабайыбыҙ урынына һаҡаллы, ҡалын тауышлы «Ҡыш апайҙы» ҡарап ҡайттыҡ, ярай әле һорап яҙған планшетты онотмаған!
Читайте нас: