Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2018, 15:00

Башҡортостанға 100 йыл тулған йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын уҙғарырға тәҡдим ителде

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын Башҡортостан Республикаһы өсөн юбилейлы 2019 йылда уҙғарырға кәрәк. Башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин «Рәсәй Федерацияһы субъекттары ҡоролтайҙарының яңы йүнәлештәре һәм мөмкинлектәре» тигән түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта белдерҙе.

Республиканан ситтәге ҡоролтайҙар эшмәкәрлеген яңыртыу мәсьәләләре тикшерелгән сарала Һамар, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Екатеринбург, Һамар, Санкт-Петербург, Силәбе ҡалаларының башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоротайы башҡарма комитеты ағзалары, республика Мәҙәниәт министрлығы һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар вәкилдәре ҡатнашты.
«Республиканың 100 йыллығы — бик мөһим дата, Рәсәй Президентының бер быуатлыҡ юбилейын байрам итеү тураһында тейешле указы бар. Шуға күрә дөйөм съезды бер йыл алдараҡ, Башҡортостан өсөн тарихи әһәмиәтле йылда үткәреүҙе ҡанунға ярашлы тип иҫәпләйем. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын күләмле һәм тантаналы итеп ойошторорға ине. Өфөләге мәҙәниәт һарайынан тыш, республика райондарында ла милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән халыҡ йыйындарын үткәрергә кәрәк», — тип билдәләне ҡоролтайҙың башҡарма комитеты етәксеһе.
Төбәк лидерҙары был идеяны хупланы. Съездың аныҡ датаһын Башҡорт йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитеты билдәләй.
http://www.bashinform.ru/news/1254725-v-god-100-letiya-bashkortostana-predlozheno-provesti-vsemirnyy-kurultay-bashkir/
Читайте нас: