Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2018, 15:31

Башҡортостанда аңлы рәүештә үҫмерҙәре тапатҡан водитель 10,5 йылға иркенән мәхрүм ителде

Силәбе өлкәһенән 36 йәшлек иргә суд ике статья буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул «Үлтереү»ҙә, «Аңлы рәүештә һаулыҡҡа уртаса зыян килтереү»ҙә һәм «Административ язаға дусар ителгән кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу»ҙа ғәйепләнде.

Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың йәйендә ул Башҡортостандың Учалы районындағы күл буйында дуҫтары менән ял иткән булған. Был ваҡытта 13 һәм 14 йәшлек ике үҫмер ҙә һыу инергә килгән.
«База биләмәһе буйлап йөрөгәндә, уҡыусылар мотоцикл менән ғәйепләнеүсенең палаткаһы янынан үтеп киткән. Дуҫтары менән ял иткән ир, үҫмерҙәр минең тыныслығымды боҙҙо һәм балаларымды ҡурҡытты тип, уларҙы эҙәрлекләй башлаған. Ауыл-ара юлда балалар ултырған мотоциклды ҡыуып етеп һәм уларҙың мотошлемдары юҡлығын күреп, ғәйепләнеүсе автомобиле менән мотоциклдың артҡы өлөшөн төкөгән, мотоцикл ергә ауған. Һуңынан ир быға тиклем рулдә ултырған, хәҙер иһә ерҙә ятҡан бала менән бергә мотоциклды ҡыйратыуын дауам иткән», — тип һөйләнеләр республиканың Тәфтиш комитетында.
Һөҙөмтәлә башы йәрәхәтләнгән 13 йәшлек малай урында һәләк булған, уның дуҫы төрлө йәрәхәттәр алған. Ғәйепләнеүсе рулгә иҫерек килеш ултырған, быға тиклем дә шуның өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Башҡортостандың Юғары суды енәйәтсене 10 йыл да 6 айға ҡаты режимлы колонияға хөкөм итте.
http://www.bashinform.ru/news/1256058-v-bashkirii-muzhchina-namereno-sbivshiy-podrostkov-poluchil-10-5-let-strogogo-rezhima/
Читайте нас в