Өфө Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының автомобилдәрҙе техник күҙәтеү һәм теркәү бүлеге яңы йыл байрамдарында машиналарҙы иҫәпкә ҡуйыу тураһында документтар ҡабул итә. Баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 30,31 декабрҙә һәм 5 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.
Өфө бүлексәһендә 2018 йылдың ғинуарынан ноябренә ҡәҙәр 72 меңдән ашыу машина теркәлгән. Шуларҙың 50 меңдән ашыуы Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша иҫәпкә ҡуйылған.
«Ғариза биргәндә физик берәмектәргә 30% ташлама бирелә, шуға ярашлы, тиҙерәк һәм уңайлыраҡ. Иҫәпкә ҡуйған өсөн дәүләт пошлинаһы – 1995 һум ташламаны иҫәпкә алып, 3825 һум», — тип өлкән инспектор Артур Дәүләтовтың һүҙҙәрен килтерә «Вся Уфа» телеканалы.
http://www.bashinform.ru/news/1256055-v-ufe-gibdd-postavit-avto-na-uchet-mozhno-v-novogodnie-prazdniki/