Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2018, 15:40

Өфөлә трамвай һәм троллейбус байрамса биҙәлде

Өфөлә Яңы йылға биҙәлгән трамвай һәм троллейбус маршрутҡа сыҡты. Уларға неон яҡтыртҡыс ҡуйылған.

Яңы йыл трамвайы 5-се «Пушкин урамы – Дәүләт циркы», троллейбус – 13-сө «Белореченский» биҫтәһе – Колхоз баҙары» маршрутында пассажирҙары хеҙмәтләндерә.
«Өфө ҡалаһының муниципаль электр транспорты идаралығы йәнә баш ҡалала байрам кәйефен булдырыуға ҡушылырға, шулай уҡ электр транспортына өфөләрҙең иғтибарын йәлеп итергә булды, — тип аңлатма бирҙеләр учреждениела. — Уларҙың бөтә матурлығын тулыһынса кис көнө баһаларға мөмкин».
http://www.bashinform.ru/news/1255817-v-ufe-k-novomu-godu-ukrasili-tramvay-i-trolleybus/
Читайте нас: