Тантанала республиканың хәрби комиссары, хөкүмәт вәкилдәре, йәмәғәт һәм ветеран ойошмалары етәкселәре, туғандары һәм ҡала халҡы ҡатнашты, тип хәбәр итә «Звезда» телеканалы.
Көҙгө кампанияла Үҙәк хәрби округынан 55 меңдән ашыу егет саҡырылған, уларҙың 4000-дән күберәге – Башҡортостандан.
Көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙә башланды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса, хәрби хеҙмәткә 132,5 мең кеше алынырға тейеш. Йыл һайын көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан биш меңгә яҡын һалдат оҙатыла. Быйыл яҙғы саҡырылыш кампанияһында армия сафына 128 мең кеше алынды.
http://www.bashinform.ru/news/1255515-v-bashkirii-otpravili-poslednyuyu-partiyu-novobrantsev-osennego-prizyva-k-mestam-sluzhby/