Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Декабрь 2018, 20:03

Мәлдәр мәңгелек булып ҡала...

2018 йыл ваҡиғаларға бай булды. Стәрлетамаҡ өсөн дә, Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә, донъя кимәлендә лә. Ниндәй генә өлкәне алһаң да, әйтер һүҙ күп: йәшәйеш, социаль хәлебеҙ, сәйәсәт, сәнғәт, сәнәғәт, спорт... Иң мөһиме, күңелһеҙ ваҡиғаларға ҡарағанда шатлыҡлылары күберәк булды. Хәйер,ваҡиғаларҙың үҙҙәренә күҙ һалайыҡ.

“Футбол” тип тел асылды
2018 йылда Рәсәй Президенты һайлауҙары үтте һәм,
нисек кенә булмаһын, алдағы йылдарға был сара ил үҫешендә төп йүнәлештәрҙе билдәләне. Рәсәй Президенты
Владимир Путиндың ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм уға ярҙам
итеүгә йүнәлтелгән «Рәсәй Федерацияһында Балалыҡ
ун йыллығын иғлан итеү тураһында»ғы Указына шатланмау мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта Пенсия реформаһы
тураһында ла онотоп китмәйек. Төрлө ҡаршылыҡтар
ҙа булды, кемдер тәҡдимде яҡлап сыҡты, һәр хәлдә,
хәҙер илдә пенсияға биш йылға һуңыраҡ китәсәктәр. Иң
мөһиме, был юлды һайлау тотороҡло иҡтисад хаҡына
мәжбүри аҙым, тип билдәләне белгестәр.
Ил кимәлендә, әлбиттә, бынан тыш та хәтерҙә
ҡалырлыҡ ваҡиғалар етерлек булды. Шул иҫәптән,
ҡайғыға, уйға һалғандары ла... Хәтерләйһегеҙҙер,
Мәскәүҙән Орск ҡалаһына осҡан самолет, пилоттарҙың
хатаһы арҡаһында ергә бәрелде һәм бер юлы 71
кеше һәләк булды. Тик һынауҙар бының менән генә
бөтмәгән икән шул. Март айында йәнә кешеләрҙең
хатаһы, яуапһыҙлығы арҡаһында 60 кеше һәләк булды,
шул иҫәптән, 41 бала. Был юлы фажиғә инде ерҙә
теркәлде. Кемерово өлкәһендәге “Ҡышҡы сейә” сауҙа
һәм ял итеү үҙәге ваҡиғаһы Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа
кешеләрҙең ғүмерен өҙгән иң ҙур янғындарҙың береһе
тип иҫәпләнә. Күптән түгел генә шахтала сыҡҡан янғын
да – ҙур фажиғә.
Ҙурымы, бәләкәйеме... береһе лә тарихта эҙһеҙ
үтмәй. Кешеләрҙе юғалтыу үткән йылда юлдарҙа ла
күпләп теркәлде, әлбиттә. Бер юлы тиҫтәләгән кешене
юғалтҡан осраҡтар ҙа булды. Нисек кенә булмаһын,
бындай ваҡиғалар артабан да ҡабатланмаһын өсөн
һабаҡ булһын ине.
...“Ирекмәндәр йылы”, комсомолдың бер быуатлыҡ
юбилейын билдәләү һымаҡ саралар йылдың иң ҙур
ҡаҙаныштарының береһе булды. Әммә йәштәргә башҡа
яҡлап та иғтибарҙы кәметмәһәк ине. Юҡһа, үткән йылда
белем усаҡтарындағы ваҡиғалар ҙа фажиғәләргә
әйләнеп ҡуя яҙҙы. Тик ҡайһы бер мәктәптә енәйәтсене
туҡтатып ҡала алһалар, Ҡырымда бер студент ике
тиҫтәгә яҡын кешенең ғүмерен ҡыйҙы... Ошо тәңгәлдә,
ирекһеҙҙән, үҙебеҙҙең ҡаланың мәктәбендә булған
ваҡиға ла иҫкә килеп төшә. Аяҡ баҫҡан йылда ла,
алдағыларында ла ошондай күңелһеҙ хәбәрҙәрҙән
аралаһын инде Хоҙай.
Бәхеткә күрә, Рәсәй тарихында 2018 йыл донъя
кимәлендәге сағыу-сағыу ваҡиғалары менән дә иҫтә
ҡаласаҡ. Һүҙ – беҙҙә үткән футбол буйынса донъя
чемпионаты хаҡында. Әлбиттә, беҙҙекеләргә, плейоффты иҫәпкә алмағанда, был спорт төрө буйынса
еңеү яулау өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк әле. Әммә
ошо мөһим сараның үтеүе үҙе ниндәй дәрәжә бит!
Олимпиада, “Евровидение”, саммиттар... һәм бына тәүге
тапҡыр донъяның иң шәп футболсыларын ҡабул иттек.
Эйе, йәй буйына ауыҙҙан “футбол”, “чемпионат”
һүҙҙәре китмәне, хатта ошо арала һөйләшергә өйрәнгән
балаларҙың теле “футбол” тип асылған тигән шаяртыуҙар
ҙа ишетелде. Иң мөһиме: шуныһын да билдәләп
китәйектер, 11 ҡаланың 12 стадионында үткән был
чемпонатты үткәреү өсөн илдә күпме спорт объекттары
сафҡа индерелде һәм был биналар илдә спортты
үҫтереүҙә тағы бихисап йылдар хеҙмәт итәсәк әле.
«Генераль йыйыштырыу»
... Республика көнө. Кемдер ял итә, байрам саралары
бара һәм көтмәгәндә телевизорҙан Рөстәм Хәмитов
үҙенең отставкаһы тураһында хәбәр итә. Власҡа Радий
Хәбиров килә. Ғөмүмән, 2018 йыл Башҡортостан өсөн
бигерәк тә әһәмиәтле булды, төбәк үҫеше ҡапыл икенсе
юлдан китте. Әйтергә кәрәк, уңышлы юлдан.
Йыл республиканың сәйәси тормошо өсөн
мөһимлеге әле сентябрь айында уҡ башланды – БР
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яңы саҡырылыш
депутаттары билдәле булды. Ғәҙәттә, тап ошо мәлдә
үткән өс кварталға йомғаҡ яһала һәм был йәһәттән ҡайһы
бер күрһәткестәр аптыратып ҡуя. Мәҫәлән, 2018 йылдың
тәүге туғыҙ айы эсендә 41,1 мең кеше Башҡортостандан
ситкә күсеп киткән, 25-29 йәштәрҙәге йәштәрҙең китеүе
әүҙемләшә. Шул иҫәптән, Стәрлетамаҡтан китеүселәр
һаны ла килеүселәргә ҡарағанда 1080 кешегә күберәк
булды.
Шулай уҡ Башҡортостан үлем һандары йәһәтенән дә
күп тапҡыр телгә алынды, сәбәптәре билдәле: кешеләр
йөрәк, ҡан тамырҙары, яман шештән китә. Ауырыу
тигәндән, былтыр ВИЧ-инфекция ла һағайтып ҡуйҙы.
Үкенескә ҡаршы, республиканы фажиғәле үлемдәр ҙә
урап үтмәне, йәнә авария ҡорбандарына инде килеп
янғындарҙа һәләк булыусылар өҫтәлде. Бигерәк тә бер
юлы өс-биш баланың әжәлдәре уттан булыуы тетрәндерә.
Бында ла кеше факторы өҫтөнлөк итте. Тик был юлы
чиновниктар түгел, балаларҙың ата-әсәләре ғәйепле
булды. Бер полицейский ҡоралланған енәйәтсене бер
үҙе ҡулға алып дан алһа, хеҙмәттәшен көсләгән тәртип
һаҡсылары ла республиканы бөтә илгә “танытты”. Ни хәл
итәһең, тормош аҡлы-ҡаралы һыҙаттарҙан тора шул.
...Ошондай ауыр шарттарҙа эш башланы Радий
Хәбиров һәм бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республиканы
тәртипкә килтерергә тотондо. Легаль булмаған пассажир
ташыусылар менән көрәшә, юлдарҙағы аварияларҙы
кәметеү маҡсатында ойошторолған эш, сүп-сар
реформаһына ҡағылышлы яңылыҡтар республиканы
түгел, бөтә илде шаулатты, буғай. Иң мөһиме, һөҙөмтәләр
бар һәм уны кешеләр тоя. Хәҙер республика етәксеһе
һәм уның командаһы бөтә етешһеҙлектәрҙе үҙ күҙҙәре
менән дә, социаль селтәрҙәр аша бәйләнеш булдырып
та белеп тора, шуға ла эш етеҙ бара. Халыҡ шуға уның
тәғәйенләнеүен дәррәү шатланып ҡаршы алды.
Тәүге көндән үк ең һыҙғанып Башҡортостанда
“генераль йыйыштырыу” эшенә тотонған етәксе ҡул
аҫтында эшләгән командаһына ла етди талаптар
ҡуя, күптәр был талаптарҙы үтәй алмай, хеҙмәт
урындарын алмаштырып та өлгөрҙө инде. Министрҙар,
урынбаҫарҙар, муниципалитет башлыҡтары...
Кадрҙар мәсьәләһен генә түгел, Башҡортостан
властары шихандар мәсьәләһен дә уңышлы хәл итте.
Ҡасандан бирле килгән тартышҡа нөктә ҡуйылып,
декабрь башында Башҡортостан Башлығы вазифаһын
ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һуңғы йылдарҙа
“БСК” һәм шихандар тирәләй ҡуйыртылған бәхәстәрҙе
өҙә һуҡты. Республика етәксеһе предприятиеға Торатау
менән Йөрәктауҙы бирмәйәсәге асыҡланды. Торатау
торасаҡ! «Торатау» геопаркы булдырыласаҡ, ә “Торатау”
конгресс-холы – нисек яңғырай!
2019 йыл республика бюджетының 20 миллиард
һумлыҡ дефициты менән билдәләнде. Дефициттың
артыуы сығымдарҙы күберәк финанслау йәһәтенән
социаль-иҡтисади үҫеште тиҙләтеүҙе планлаштырырға
йүнәлеш бирә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда 36
миллиард һумға яңы өҫтөнлөклө инвестпроекттар
иғлан ителеүе ҡыуаныслы. Еребеҙ йомарт – елеге
мул: республика ҡаҙнаһына, шул иҫәптән, 2018 йылда
“Башнефть” компанияһы ҙур өлөш индерә.
Башҡортостанда ҡайһы бер ғаиләләрҙе транспорт
һалымын түләүҙән азат итәләр. Төҙәтмәләр күп балалы
ғаиләләргә һәм инвалид балаһы булған ғаиләләргә
ҡағыла. Әйткәндәй, шул уҡ ваҡытта ғаиләлә беренсе
бала тыуған өсөн түләүҙәр алдағы йылдан туҡтатыласаҡ.
Бер йыл эсендә республикала булған ваҡиғаларҙың
иң мөһимдәрен генә һөҙөп алғанда ла бер мәҡәләгә
һыйҙырыу мөмкин түгел. Мәҫәлән, Бөтә донъя
башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйес һайланыуына
ла айырым иғтибар биреп үтеү зарур. Был вазифа
Данир Ғәйнуллинға ышанып тапшырылды.
Милләт, мәҙәниәт, сәйәсәт тигәс, тағы бер бәхәсле
генә ваҡиғаны иҫкә төшөрәйек. Юҡ, һүҙ әлегә Урал
аръяғындағы егеттәр араһындағы низағ тураһында түгел,
ә Өфө аэропортына исем һайлау. Һәр кем үҙенә оҡшаған
шәхес өсөн тауыш бирҙе был сарала. Салауат Юлаев
та лайыҡ был исемгә, Муса Гәрәев тә, Мостай Кәрим
дә, әлбиттә. Тик бер шәхесте күтәрәм тип, икенсеһен
бысраҡҡа батырыусылар ҙа табылды. Ә бит был
исемдәрҙең һәммәһе лә беҙҙең өсөн ҡиммәт! Нисек кенә
булмаһын, аэропорт Мостай Кәрим исемен йөрөтәсәк.
Шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләргә
торғанда ошондай яңылыҡҡа ҡыуанмау мөмкин
түгел. Әйткәндәй, 2019 ҙа ваҡиғаларға бай булмаҡсы,
Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләү,
Башҡортостан Башлығын һайлау, Мостай Кәримдең
тыуыуына 100 йыл – алда ошондай мөһим саралар тора.
Ошондай сараларҙы яҡшы күрһәткестәр менән, яҡшы
яңылыҡтар менән ҡаршы алырға ғына яҙһын.
Күперҙән йөрөп була
Һәр хәлдә Стәрлетамаҡ был йәһәттән һыр бирмәҫкә
ынтыла. Төбәктең иң күп бала тыуған ҡалалары исемендә
билдәләнеүебеҙ ҙә күп нәмә тураһында һөйләй. Тормош
та бит тыуымдан һәм уға иғтибар күрһәтеүҙән башлана:
ҡаланың Көнбайыш биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп
ҡалҡып сыҡты, Шахтауҙа ла яңыһы төҙөлә, йорт ихаталары
алдында балалар ҡаласыҡтары урынлаштырылды...
Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ һуңғы айҙарҙа күҙгә күренеп
төҙөкләнә, матурлана бара. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
системаһы сифаты буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы ун
ҡалаһы исемлегенә инде. Заманса бассейнлы спорт
комплексы хәҙер – ҡала милке. Өҫтөнлөклө федераль
проект сиктәрендә 36 күп ҡатлы йорт һәм “Мәңгелек ут”
һәйкәленән алып Элеватор урамы киҫелешенә тиклем
аллеялар төҙөкләндерелде, Хоҙайбирҙин урамында
һындар ҡалҡып сыҡты. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ
“Башҡорт ихатаһы” төбәк проектына ҡушылды. Юлдар,
бордюрҙар... Иң мөһиме: ҡаланы төҙөкләндереү эштәре
артабан да дауам итәсәк, тип белдерҙе ҡала хакимиәте
башлығы Владимир Куликов. Киләсәк тигәндән, ҡалала
алдағы йылдарҙа сауҙа үҙәктәре генә түгел, яңы сәнәғәт
предприятиелары ла биҙәр тип ышанғы килә. Шуларҙың
береһе – троллейбустар етештереүсе завод тураһында
яҙып сыҡҡайныҡ инде.
...Матур ваҡиғалар менән бергә, үкенескә ҡаршы,
бәхетһеҙ хәлдәр ҙә урап үтмәне. Йыл аҙағында
Стәрлетамаҡтың “Синтез-каучук” заводында ҡаты
шартлау булды. Һөҙөмтәлә дүрт кеше зыян күрҙе.
Икәүһе реанимацияға эләкте. Ә йәй көнө «Башҡорт
сода компанияһы»нда бер ай эсендә өс бәхетһеҙ хәл
килеп сыҡты. Имгәнделәр, 5 метр бейеклектән ҡолап
төшөп һәләк булдылар.
Стәрлетамаҡтарҙы борсоған тағы бер мәсьәлә лә
иҫтә ҡалды, хәйер ул мәсьәлә сиселде инде – Ағиҙел
аша күпер! Башта тишелде, аҙаҡ бағаналарында ярыҡ
барлыҡҡа килгәне асыҡланды. Шуға тәүҙә хәрәкәт
бер яҡҡа ғына рөхсәт ителде, унан йөк машиналарына
сикләнде, инде килеп, күпер бер айға бөтөнләй ябылып
торҙо. Күперҙе, артабан ремонтламай тороп, ҡулланырға
ярамай ине. Ниһайәт, декабргә ремонтланған күпер
асылды.
Ҡалабыҙҙың мәҙәни тормошо һәр ваҡыт гөрләп
торҙо һәм үткән йыл да был йоланан ситтә ҡалманы.
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе
береһенән-береһе сағыу премьералары менән
һөйөндөрөп торҙо. “Ҡомартҡы” ағинәйҙәр ҡоро, бығаса
республика тарихында булмаған “Балан байрамы”
үткәреп, таң ҡалдырҙы.
Йомғаҡлау урынына
...Ваҡиғалар теҙмәһе үтә. Йылдар теҙмәһе лә... Тик
барыбер ҙә күңелдәрҙә, йөрәктәрҙә мәлдәр мәңгелек
булып ҡала. Шул мәлдәр 2019 йылда күберәк булһын ине.
Роза САФИНА,
Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: