«6 ғинуарҙан 7-һенә ҡарай төндә 150-нән ашыу ҡорамда һәм сиркәүҙә хәүефһеҙлек тәьмин ителә, — тип хәбәр иттеләр республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. — Полиция пиротехник изделиеларҙы файҙаланғанда, шулай уҡ спиртлы эсемлектәр ҡулланғанда һаҡ булырға кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрә. Шуны онотмағыҙ: иҫерек кешенең енәйәт йәки бәхетһеҙ осраҡ ҡорбаны булыуы, шулай уҡ үҙе законды боҙоуы мөмкин».
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлеге— (347) 279-39-02,
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоныт— (347) 279-32-92
йәки 02 (кеҫә телефонынан — 102).
Бөтә телефондар тәүлек әйләнәһенә эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1257275-na-novyy-god-i-rozhdestvo-politsiya-v-bashkirii-budet-dezhurit-na-bolee-330-obektakh/