Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар 2019, 10:21

1 октябрҙән бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы арттырыла

Ағымдағы йылдың 1 октябренән Рәсәйҙә бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 4,3 процентҡа индексациялана, тип белдерҙе Хеҙмәт министрлығы башлығы Максим Топилин «Российская газета» баҫмаһына интервьюһында.

Уның һүҙҙәренсә, һүҙ ил президенты Владимир Путиндың май указдарында телгә алынмаған бюджет хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара.
«Бер кем дә май указдарынан бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең — табиптарҙың, уҡытыусыларҙың, социаль һәм ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең — эш хаҡын төбәктәге иҡтисад буйынса уртасаға еткереү буйынса талаптарҙы бөтөрмәгән. Беҙ ҙә нисбәтте һаҡлауҙы ҡаты күҙәтеп барабыҙ», — тип билдәләне Топилин.
Төбәктәргә федераль ҡаҙнанан өҫтәмә рәүештә 100 миллион һум бүлеү күҙаллана.
«Төбәктә уртаса хеҙмәт хаҡы күпмегә арта, төбәк властары ла хеҙмәткәрҙәрҙең ошо категорияларына эш хаҡын шунсаға арттырырға тейеш», — тип өҫтәне Хеҙмәт министрлығы башлығы.
Шул уҡ ваҡытта ул ошо сараларҙы тормошҡа ашырыуҙың аныҡ ваҡыты хеҙмәт хаҡын күтәреүҙең үҙ схемаһы булған урындарҙағы хәлгә бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Топилин быйыл хөкүмәт рәсәйҙәрҙең реаль хеҙмәт хаҡы 2018 йылға ҡарағанда яйыраҡ артыуын көтөүе хаҡында ла һөйләне.
http://www.bashinform.ru/news/1258873-s-1-oktyabrya-vyrastut-zarplaty-byudzhetnikov/
Читайте нас в