Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2019, 18:06

Беҙҙең быуын һинең йырҙарыңда үҫте, Илһам ағай!

Татар һәм башҡорт халыҡтарының берҙәй яратҡан йырсыһы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһам Шакировтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Милли йыр сәнғәтендә иң күренекле, иң атаҡлы, үҙ йырлау манераһы, үҙ мәктәбе, үҙ юлы булған йырсы оҙайлы ауырыуҙан һуң 84-се йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы.



Илһам Шакировтың репертуарында халыҡ, классик һәм эстрада әҫәрҙәре, шул иҫәптән үҙе ижад иткәндәре, башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк, азербайжан, ҡарағалпаҡ халыҡтарының йырҙары бар ине. Татар халыҡ йырҙары, татар композиторҙарының әҫәрҙәре һәм эстрада йырҙары менән бер рәттән, ул башҡорт композиторҙары яҙған йырҙарҙы ла берҙәй яратып, ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы.


Ғәйәт ҙур диапазонлы, киң ҡоласлы бай репертуарға эйә булған Илһам Шакиров башҡарыуында һәр йыр ғәжәйеп бер үҙенсәлек, моң, аһәң менән яңғырай ине. Ул, халыҡтың хәтер төбөндә онотолоп ятҡан әллә күпме көй-йырҙарҙы ҡаҙып сығарып, яңынан халыҡҡа ҡайтарып бирҙе. Уның башҡарыуындағы «Хуш, ауылым», «Ҡара урман», «Һандуғас», «Аҡ ҡалпаҡ», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Йәшлегемә йүгереп ҡайтыр инем», «Һин сазыңды уйнаның», «Тәфтиләү, «Зиләйлүк», «Хуш ауылым», «Аҡ ҡалпаҡ», «Әллүки», «Бик йыраҡта инек беҙ», «Әдрән диңгеҙ», «Сәрбиназ», «Бер алманы бишкә бүләйек» һәм башҡа бик күп йырҙар беҙҙең күңелдәргә ҡайып яҙылған. Үҙе ижад иткән «Гөлмәрйәм» (Ғ.Афзал һүҙ.), «Сәләм һеҙгә», «Осрашыу йыры» (Г.Зәйнәшева һүҙ.)


һәм «Иҙел буйы ҡайындары» (Ә.Ерикәй һүҙ.) кеүек үҙенсәлекле йырҙар ҙа тиҙ арала халыҡ тарафыннан яратып ҡабул ителде.


Артисты башҡорт сәхнәһе йондоҙҙарының күбеһе менән ижади дуҫлыҡ бәйләне. Һирәк осрай торған баритон тауышлы йырсыны Татарстанда ла, Башҡортостанда ла бик ныҡ яраттылар.


Беҙҙең быуын уның йырҙарын тыңлап үҫте. Ул Стәрлетамаҡҡа ла концерт менән (гастролдәргә) йыш килә торғайны. Бер мәлде беҙ, студент ҡыҙҙар уның йырҙары яҙылған пластинканы һатып алдыҡ та, концерттан һуң автограф алырға тип барҙыҡ. Беҙ оялып ҡына сәхнә артынан көтөп торғанда Әлфиә Афзалова килеп сыҡты ла: “Илһам ағайығыҙҙың ваҡыты юҡ, бирегеҙ, хәҙер үҙем яҙҙырып алып киләм”, - тип, теге пластинканы алып китте һәм биш минуттан беҙгә Илһам Шакировтың ҡултамғаһы ҡуйылған иҫтәлекле пластинканы килтереп бирҙе. Бына шундай матур хәтирәләр һаҡлана улар тураһында.


Илһам Ғилмитдин улы Шакиров 1935 йылдың 15 февралендә Татарстан АССР-ының Сарман районы Яңы Бүләк ауылында тимерсе ғаиләһендә тыуа. Йәштән йыр, музыка менән мауыға. 1954 йылда Теләнсе-Тамаҡ урта мәктәбен тәмамлағас, шул йылда уҡ Ҡазан музыка училищеһына уҡырға инә. Бер йылдан һуң Ҡазан дәүләт консерваторияһының вокал факультетына күсә һәм уны 1960 йылда тамамлап, Ғ.Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһында солист булып эшләй башлай.


Илһам Шакировтың 59 йылдан ашыулыҡ ижади тормошо бер коллектив - 1960 йылда эстрада солисы булып эшләй башлаған Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһы менән бәйле.


Мәшһүр Илһам Шакиров — Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Алтын Аполлон» наградаһына эйә була.


Легендар моң эйәһе менән менән хушлашыу 18 ғинуарҙа М. Йәлил исемендәге Опера һәм балет театрында булды. «Мәржәни» мәсете ҡаршыһында йыназа намаҙы уҡылды. Илһам Шакиров Яңы биҫтәләге татар зыяратында ерләнде.


Йәнең йәннәттә булһын, илаһи моң эйәһе!


Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: