Башҡортостандың баш ҡалаһында, «Башинформ» агентлығының конференц-холында, Рәсәй матбуғаты көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Йола буйынса 13 ғинуарҙа билдәләнгән байрамға республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар, нәшерселәр һәм полиграфистар йыйылды.