Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәр итеүенсә, был мәсьәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында тикшерелде. Потенциаль инвесторҙар – Ҡытайҙан. Яңы проект ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
«Киләһе ике аҙнала ниәттәр тураһында берлектәге меморандум проектын әҙерләргә һөйләштек, унда ошо күперҙәр төҙөлөшө финансын һәм техник характеристикаһын сағылдырырбыҙ», — тине Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Проект буйынса, күперҙәр өс йылдан сафҡа индерелә.
http://www.bashinform.ru/news/1264590-v-ufe-planiruyut-postroit-tri-novykh-mosta/