Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2019, 18:44

Тау өйөргә кеше юҡ...

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:- Республика халҡы сит ергә эшкә китеп, һаулығын ҡаҡшата, йыш ҡына ғаиләләр тарҡала. Эшсе кадрҙарҙы ҡайтарыу – беҙҙең өсөн төп бурыстарҙың береһе.Балалар баҡсаһында төркөмдәр араһында ҡарҙан тау эшләү буйынса конкурс ойошторола икән. Тик бер шарты бар: тауҙы эшләүҙә атайҙар ҙа ҡатнашырға тейеш. Тирләп-бешеп балалар өсөн тау яһау бер кинәнес тә ул, тик... атайҙар ғына етешмәй: “Ватсапп”тағы яуаптарға күҙ һалһаң, “Беҙҙең атай яңы ғына вахтаға китте шул”, “ирем әле вахтанан ҡайтып өлгөрмәгән, үҙем булһа ла килермен”, “атайыбыҙ Себерҙә” һымаҡ яуаптарҙы уҡып, йән әрней. Хәйер, бер тау өйөү генәме ни? Ғаилә башлыҡтары ситтә эшләү сәбәпле, ҡатын-ҡыҙ байтаҡ ирҙәр күтәрерҙәй бурыстарҙы үҙ иңенә алырға мәжбүр.

Мәҫәлән, ауылдарҙа йәштәр мал аҫрамай тип баш ватабыҙ ҙа ул. Тик шул йәштәр араһында ир заттары сит төбәктә аҡса табырға мәжбүр икәнен онотоп китәбеҙ, буғай. Юҡ, бында ялҡаулыҡ, хәҙерге тормош еңелерәк-ауырыраҡ тураһында һүҙ алып бармайым, ире ситтә эшләү сәбәпле, ҡатынына яңғыҙ донъя көтөүе еңел түгел. Бына хикмәт нимәлә. Бесән өйөргә генә лә ауылда кеше табып булмай бит. Ит-һөткә аҡса табыла, кире ҡала тормошона әйләнеп ҡайтҡанда, ҡар тауы эшләргә лә кеше табылыр. Тик бында икенсе мәсьәлә беренсе урынға сыға шул: ошо баҡсаға йөрөгән балалар атаһын йылына нисә көн күрә лә, нисә сәғәт аралашып өлгөрә? Атай йылыһы, атай тәрбиәһе, атай абруйы... Айырым һүҙ – ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт. Бит айҙар буйы сит ерҙә йөрөгән атаһын һағынмаймы ни бала? Тик һағыныу менән бер рәттән баланың эске донъяһында башҡа проблемалар ҙа килеп сығыу ихтимал.
Нисек кенә булмаһын, ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республиканан 300 меңгә яҡын кеше Себерҙә йәки Алыҫ Көнсығышта эшләргә мәжбүр. Шул уҡ ваҡытта был бөгөн килеп ҡапыл сыҡҡан проблема түгел. Һуңғы йылдарҙа ситкә китеүселәр һаны ун тапҡырға тиклем артҡан тип белдерә ҡайһы бер белгестәр. Был мәсьәлә әлеге ирҙәрҙең үҙҙәрен дә, өйҙә уларҙы зарығып көткән ҡатындарын да ныҡ борсой. Мәҫәлән, бер нисә ай эсендә генә лә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәләренә 60 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Шул мөрәжәғәттәр араһында торлаҡ-коммуналь өлкә, социаль торлаҡ, юл, ремонт һымаҡ мәсьәләләр менән бер рәттән халыҡ әлеге проблеманы ла күтәрә. Хатта республика етәксеһенең эш сәфәре мәлендә был һорау уға шәхсән рәүештә бирелде. Иң мөһиме: власть халыҡты ишетте һәм аҫыл ир-аттарыбыҙҙың киләсәктә урында эшле булыу өмөтө тыуҙы. Ошо урында коллегам Лариса Абдуллинаның әлеге тема буйынса шиғыр юлдары иҫкә төшә:
Эркелешеп теҙелешкән ирҙәр
Кемдәрҙеңдер ире-атаһы.
Их, ҡулыңдан килеп һәр береһен
Эшле итеп алып ҡайтаһы...
Эше лә булыр, Алла бирһә, эш хаҡы ла лайыҡлы, ситкә оҙон аҡса артынан йөрөмәҫлек кимәлдә билдәләнер, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Хәйер, һуңғы аралағы инвестициялар булдырыу, ҙур ауыл хужалыҡтары төҙөлөү был йәһәттән ышаныс тыуҙыра. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, троллейбустар, лифттар заводтары эшләй башлаясаҡ тигән яңылыҡ та шул ышанысты нығытып ҡуя. Ә фаптар асылыу, балалар баҡсалары, мәктәптәр яңырыуы был күренеште тағы ла нығытып ҡуя.
...Шулай ҙа тау өйөү өмәһенә утыҙҙан ашыу бала атаһынан бер нисә ир йыйылдыҡ. Кемдер урында эшләп йөрөһә, кемдеңдер ялы тура килде. Киләсәктә бындай сараларға барыһы ла киске эштән һуң йыйылыр тигән теләк ҙур.
ФЕКЕРҘӘР:
Артур М.:
- Башта урында шәхси эш асып эшләп ҡараным, тик уңыш йылмайманы. Үҙем техник юғары белемлемен. Әлбиттә, ҙур предприятиелар, лайыҡлы эш хаҡы булһа, республика, ҡала үҫешенә өлөш индереп, урында ғына эшләп йөрөр инем. Тик әлегә тиклем ситтә аҡса табырға мәжбүрмен. Ике генә йәшлек улымдың оҙатҡанда “Атай, китмә” тип илап ҡалыуы вахта тамамланғансы күҙ алдынан китмәй.
Земфир Т.:
- Ипотека кәметәм тип был вахтала һигеҙ ай эшләп ҡайттым, ҡайтһам, ҡыҙым танымай ҙа тора. Ни ҡылаһың, йәшәргә кәрәк. Әлегә шулай йөрөлә инде.
Тимур Ш.:
- Себергә эшкә йөрөгәс, әлегә өйләнеү тураһында уйламайым да. Минеңсә, ҡатыныңдан, балаларыңдан ситтә йөрөү дөрөҫ түгел. Шуға башта фатирға, машинаға аҡса туплайым да, шунан күҙ күрер.
Ләйсән Ғ.:
- Балалар аталары китеү менән һағына башлай, бөтә мәшәҡәтте үҙем атҡарып өлгөрөргә тырышам да ул, тик барыбер тормош иптәшемдең эргәлә булыуына етмәй, балаларҙың аталары менән аралашҡыһы килә, гел генә телефондан борсоп та булмай. Ул ялға ҡайтһа – беҙҙең өйҙә байрам!
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас: