Үкенескә ҡаршы, бындай хәл көләмәскә тартым булһа ла, бер ауылда ғына күҙәтелмәй, бөтә илде ялмап алған яуыз күренеш. Хәйер, бер магазин ғынамы ла, бер «фанфуриктар» ғынамы… “ҡаҙаҡ араҡыһы”, “чечен спирты” һатҡан «нөктәләр» бик күп. Ауылдан ҡала еренә күсһәк, үҙебеҙҙең Стәрлетамаҡта ла ундай сауҙа ойоштороусылар етерлек. Былтыр ике «эшҡыуарға» ҡарата суд ҡарары сығарылғанын онотманыҡ әле, мәҫәлән, улар этил спирты шыйыҡлап, араҡы һәм коньяк тип һатҡандар. Уларҙан хаҡы 1 миллион һумдан ашыу булған тауар тартып алынды. Ә ошо тауар һәм енәйәтселәр ҡулға алынмаһа, күпме зыян килер ине урындағы халыҡҡа. Әлбиттә, был яуызлыҡтың кимәлен ҡапыл ғына билдәләп тә булмайҙыр, айҙар-йылдар буйы кешене ҡолға, сирлегә әйләндерә бит әлеге шыйыҡсалар менән сауҙа итеүселәр. Тик хәлдәр Иркутскиҙағы һымаҡ та килеп сығыу бер ни тормай: бер юлы ете тиҫтәнән ашыу кеше «Боярышник» эсеп һәләк булды унда. Нисек кенә булмаһын, республикала халыҡты ағыулаусылар менән көрәш башланды! Быға стартты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙе бирҙе. Әбйәлил районындағы хәлдәрҙе өйрәнеп, республиканың тейешле хеҙмәттәре менән аралашҡандан һуң, Радий Фәрит улы кисекмәҫтән ошо күренеш менән көрәшергә саҡырҙы.
- Бындай «эшҡыуарҙар» ғәмәлдә геноцид менән шөғөлләнә. Әлеге ашлы һыуҙы эсеү – меңәрләгән фажиғәләр, емерелгән яҙмыштар. Кем ундай эсемлек менән һатыу итә, уларҙың барыһы менән дә көрәшәсәкбеҙ. Иң яҡшыһы – бөгөндән үк был шөғөлдән баш тартыу, - тип ҡәтғи иҫкәртә, мәҫәлән, республика етәксеһе үҙенең «Бәйләнештә»ге рәсми сәхифәһендә. Әйткәндәй, ошо уҡ яҙма аҫтында кешеләрҙең был көрәште хуплауы ғына түгел, булышлыҡ итергә әҙер булыуҙары тураһындағы комментарийҙары ла ҡыуандыра. Ниһайәт, кешеләр ғәҙеллеккә ышана башланы, буғай. Бит, дөрөҫөн әйткәндә, быға тиклем урындағы чиновниктар, участка полицейскийҙары закон тарафынан «ҡулы бәйле» булыуына һылтанды. Бына бит, тейешле фарман булғас, закон да уларҙың (чиновник, полицейскийҙарҙың) яғында икән. Теләк кенә булһын, ә теләһә ниндәй шыйыҡса һатыусы магазиндарҙы ла, «нөктәләрҙе» лә табыуы ауыр түгел. «Эсергә бармы?» тиһәң, кәрәк урынды күрһәтеп кенә торалар…