Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2019, 17:19

20 мартҡа Сибай карьеры шахталарына һыу тултырылырға тейеш - Радий Хәбиров

20 мартҡа Сибай карьеры шахталарына һыу тултырылырға тейеш, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала һәм Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етәкселеге карьерҙа ут сығанаҡтарын бөтөрөү өсөн карьерға һыу тултырырға ҡарар итте. Ҡала бына бер нисә ай инде эндоген процестарҙан яфалана.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинов һүҙҙәренсә, эштәр 1 февралдә башлана, һыу тултырыу процесы бик мөһим һәм техник яҡтан ҡатмарлы.
«410 мең кубометрға һыу тултырырға кәрәк, көн һайын 10 мең кубометр ғына биреү мөмкинлеге бар. Быға 1,5-2 ай талап ителә», — тине ул.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты планына ярашлы, һыу биреү 8 февралдә башлана, ошо ваҡытҡа техник быуа әҙер булырға тейеш.
«Хәл күпкә ҡатмарлыраҡ булып сыҡты, 1 февралгә эштәрҙе тамамлай алмайбыҙ, әлбиттә, — тип һығымта яһаны Радий Хәбиров. — 20 мартҡа шахта һыу аҫтында ҡалырға тейеш. Ошо ваҡытҡа беҙ һәйбәт һөҙөмтә көтәбеҙ. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты менән саралар планын, юл картаһын төҙөй. Һуңынан карьер менән нимә эшләргә кәрәклеген этаплап, аҙымлап хәл итеү, айырым кәңәшмә үткәреү зарур. Комбинаттың эшмәкәрлеге дөрөҫ булыр тип уйлайым».
Радий Хәбиров билдәләүенсә, 1 февралгә тиклем ҡала хакимиәте көсәйтелгән режимда эшләүен дауам итергә, хәлде контролдә тоторға һәм халыҡҡа мәғлүмәт еткерергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1266603-shakhty-sibayskogo-karera-dolzhny-byt-podtopleny-k-20-marta-radiy-khabirov/
Читайте нас: