Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар 2019, 13:48

СУД ПРИСТАВТАРЫ ШАЯРТМАЙ

Яңы йылды бурысһыҙ ҡаршылау бик яҡшы йола, уны күптәр үтәп, яңы йылды тыныс күңел менән ҡаршы алды һәм улар йыл буйы бурысһыҙ йәшәйәсәк. Быға үҙем дә инандым, сөнки байрамдар үтеү менән бурыстарҙы ҡайтарыу буйынса рейдтар ойошторолдо. Суд приставтарынан ошондай рейдтарҙың береһендә ҡатнашырға саҡырыу алғас, фотоаппарат, ручка, ҡағыҙҙарымды тотоп, бер көнгә суд приставы белгесенә әйләндем.

Үҙемсә, ниндәй ҡыйынлығы бул-һын инде, журналист менән суд приставтарының эшендә оҡшаш яҡтар күп бит, тигән булам эстән генә. Тәғәйенләнгән адрестарға йөрөп, бурыстарҙы ҡайтартыу иҫәбе менән иртүк яңы һөнәрҙе үҙләштерергә сығып киттем. Килешелгән урында осраштыҡ та яңы коллегаларым менән бурыс-лыларҙың фатирҙарына йүнәлдек.
Тәүге бурыслының ишек төбөнә барып баҫҡанда сәғәт туғыҙынсы ярты ине. Ишекте үҙем шаҡылдатып ҡарарға булдым, тик бер кем дә яуап бирмәне. Эргәмдәге тәжрибәлерәк коллегаларым миңә йылмайып ҡараны ла, эш сыҡмаҫын белгәс, ишекте үҙҙәре ныҡлабыраҡ ҡағырға тотондо. Был тауышты ишетмәү мөмкин түгел, хатта күрше фа-тирҙа йәшәүселәр килеп сыҡты. Бурыслының күршеләре фатир хужаһын күптән күргәндәре юҡ икән, шулай ҙа телефон һандары менән бүлеште. Шылтыратырбыҙ тип, юлыбыҙҙы дауам иттек, ә үҙем эш килеп сыҡмағанлыҡтан ҡайғыра ла башлағайным.
Киләһе ишек төбөнә барып еткәс, ишекте көслөрәк шаҡылдата башла-ным, саманан тыш килеп сыҡты, шикелле. Фатир ишеген бығаса ул тиклем бер кем дә туҡылдатмаған, күрәһең, ишекте асҡан бабай үҙемдең башыма ла шулай туҡылдатмаҡсы ине. Иртә менән шулай итеп кем шаҡылдатҡанды яратһын, етмәһә, бурыслы тигәнебеҙ бурысһыҙ булып сыҡты. Оло кешенең торлаҡ өсөн ваҡытында түләгәне тураһында бөтә квитанциялары ла һаҡланған. Бабай әүҙемлек күрһәтеп, барыһын да дәлилләп сыҡһа, бер кем дә уны борсоп йөрөмәҫ ине. Шулай ҙа өҫтәлдә ултырған ноутбукты яҙып алдыҡ, артабан да бурыс барлыҡҡа килһә, уны алып китәсәкбеҙ.
Өсөнсө фатирҙа иһә бер ниндәй ҙә яңылышлыҡ юҡ, бурыстары байтаҡ йыйылған - 30 меңдән ашыу. Түләнек тип, баш тарта алманылар, ишекте асҡан инәй фатирҙа улының ғаиләһе менән йәшәүе тураһында әйтте, бөтәһе биш кеше. Йәш ғаилә башлығы үҙе лә өйҙә ине, күптән түгел генә ул эшһеҙ ҡалған, килеме юҡ. Бурысты өлөшләтә инәйҙең пенсияһына арест һалып алдан тота башлаған булғандар, әммә был да хәлде еңеләйтмәгән. Бер аҙ йәлләп тә ҡуйҙым. Тик шаяртырға ваҡыт юҡ, бурыстарҙы ҡайтарырға кәрәк, тағы ла әллә күпме адрестарҙы урайһы бар. Түләргә теләктәре булмағас, бурысты япҡанға тиклем компьютер мониторын алып киттек. Бындай осраҡта аҡсалар тиҙ табыла торған, ғәҙәттә, ҡала кешеһе иң беренсе булып интернетҡа түләй, ә башҡа түләүҙәр ята бирә. Бигерәк тә хәл капиталь ремонтҡа түләүҙәр буйынса киҫкен торҙо, яңы барлыҡҡа килгән квитанцияларҙы һанға һуҡмаусылар булды. Быйыл иһә 2018 йылдың декабрендәге бурыстар менән бергә 113 процент, ә тотош йыл буйынса был хеҙмәт өсөн 100 процент түләнгән.
Бер генә көн булһа ла суд приставы эшен башҡарғандан һуң ҡалала йәшәүсе халыҡ тыныс, өйҙә булһалар ишектәрен асалар, әрләшмәйҙәр, әммә үҙ дәғүәләрен белдерәләр тигән һығымтаға килдем. Шулай ҙа был фа-тир хужалары түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарһа, суд приставтары фатирҙар буйлап йөрөмәҫ, бурыслылар гәзит биттәренә эләкмәҫ һәм күршеләр алдында ла оятҡа ҡалмаҫ ине. Йәмәғәт, капиталь ремонтҡа ваҡытында түләһәк, үҙебеҙ матур, таҙа, яҡты йорттарҙа йәшәйәсәкбеҙ бит.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: