Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2019, 11:55

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты «сүп-сар реформаһы» буйынса «ҡыҙыу элемтә» асты

Халыҡтан «сүп-сар реформаһы» буйынса мөрәжәғәттәр ҡабул итеү өсөн «ҡыҙыу элемтә» асылды, тип хәбәр итә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының матбуғат хеҙмәте.

Рәсәйҙә йәшәгән һәр кемгә 8-800-555-97-76 номерына бушлай шылтыратып, ошо темаға ҡағылышлы мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин.
Халыҡ фронтында сүп-сарҙы сығарыу-сығармау, эште башҡарыу ваҡыты, хеҙмәт өсөн күпме аҡса алыныуы, ниндәй үҙгәрештәр булыуы тураһында хәбәрҙәр көтәләр.
Мәғлүмәт йыйыу йомғаҡтары буйынса «халыҡ доклады» төҙөлә.
http://www.bashinform.ru/news/1267021-onf-otkryl-goryachuyu-liniyu-po-musornoy-reforme/
Читайте нас: