Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2019, 22:29

Республикала өйләнешеүселәр һаны кәмей

Башҡортостанда һирәгерәк өйләнешә һәм бала таба башлағандар. Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты шундай статистика килтерә.


2018 йылда Башҡортостандың ЗАГС бүлектәре бала тыуыу тураһында 47 411 акт теркәгән. Бынан элекке йыл менән сағыштырғанда был 4,5% аҙыраҡ.

Ғалим-демографтар әйтеүенсә, Башҡортостан өсөн уңайлы демографик осор ике йыл элек үк тамамланды һәм тыуымдың кәмеүенә бәйле демографик көрсөк ваҡыты башланды. Депопуляция хәленән сығыу өсөн 18 йәшкәсә өс балалы ғаиләләр һаны 50% күберәк булырға тейеш. 2010 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, беҙҙә улар 10 тапҡырға аҙыраҡ». Өсөнсө һәм артабанғы балалар демография күрһәткестәрен яҡшыртыр ине. Әле Башҡортостанда йәшәүселәр бер йәки ике бала менән сикләнә.

Шулай уҡ Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала никахтар һаны кәмей. 12 айҙа 25 388 ғаилә ҡоролған — 2017 йылға ҡарағанда 9,1% аҙыраҡ. 15 407 никах тарҡалған.

Бынан тыш, үлем тураһында 50 536, атайлыҡты билдәләү буйынса — 6304, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу буйынса — 426, исемде алмаштырыу буйынса 2 534 акт теркәлгән.







Читайте нас: