Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2019, 11:57

Зариф Байғусҡаров: «Башҡортостанда ҡоро-һары йыйыуға бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ»

Башҡортостан урмандарында ҡоро-һарыны һис бер ҡаршылыҡһыҙ, бушлай һәм рөхсәтһеҙ йыйырға мөмкин. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров 29 ғинуарҙа «Башинформ» агентлығында журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта хәбәр итте.

Ҡоро-һарыны эҙемтәләрһеҙ һәм закон сиктәрендә йыйыу мөмкинлеге тураһында граждандар үҙҙәре һораны. Зариф Байғусҡаров составындағы депутаттар төркөмө ошо мәсьәлә менән шөғөлләнде һәм Дәүләт Думаһына тейешле закон проектын индерҙе. Закон 2018 йылдың аҙағында үҙ көсөнә инде.
«Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы урындарға хаталы аңлатма ебәрҙе. Шуға бәйле кешеләр рөхсәт һәм белдереү ҡағыҙы алырға кәрәклеге тураһында яҙҙы. Урман хужалығы министрлығы менән оператив кәңәшмә үткәрҙек. Улар яңы хат ебәрҙе, — тине парламентарий. — Шуны әйткем килә: бөгөн республикала ҡоро-һары йыйыуға бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар юҡ, бер ниндәй ҙә рөхсәт кәрәкмәй. Уны йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә йыйырға мөмкин — сикләүҙәр юҡ: ҡоро-һарыға бысҡы йәки балта менән теләһә ниндәй машинала, шул иҫәптән тракторҙа барырға мөмкин».
Илдең башҡа төбәктәрендә сикләүҙәр бар: ҡайҙалыр ҡоро-һарыға транспортта барырға ярамай, ҡайҙалыр бысҡы, балта ҡулланыу тыйыла, ҡайҙалыр ерҙә ятҡан ағастың ҙурлығын иҫәпкә алырға кәрәк.
«Башҡортостанда ҡоро-һары йыйыуға бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ», — тип ҡабатлап әйтте Зариф Байғусҡаров.
http://www.bashinform.ru/news/1266920-zarif-bayguskarov-v-bashkirii-nikakikh-ogranicheniy-po-sboru-valezhnika-net/
Читайте нас в