Туҡталыштарға килгәндә, унда үҙеңә тейешле транспортты ғына көтәһең бит инде. Күп булһа, 10-15 минут көтөргә тура килә. Элек эскәмйәләрҙә һуҙылып ятып иҫеректәр йоҡлай торғайны – эргәләге киоскынан барып һыра алып эсә лә тағы ятып йоҡлай. Шунан тәмәке төпсөктәре, шешәләре аунап ятып ҡала... Таяҡ таянған кешеләр ҙә, бала күтәргән әсәләр ҙә ултырып тора алмай ине. Ә эскәмйә таҡталарын кемгә кәрәк – шулар аҡтарып алып китәләр ине. Һуңғы ваҡытта тимер каркастар ғына тороп ҡала башлағайны бит. Бына шуларҙы ҡайһы берәүҙәр, нишләптер, бик тиҙ онотҡан. Нимә, шундай “хуш еҫле” туҡталыштарҙы һағындығыҙмы әл-лә? Культураны тиҙ генә ҡабул итә алмайбыҙ шул. Минеңсә, ошо турала уйларға ваҡыттыр.