Бер мәл шулай дәрестән һуң ике игеҙәк малай һәм уларҙың ағалары менән, дүртебеҙгә бер кәритә һөйрәп, тауға сығып киттек. Кәритәбеҙ шәп, ялтырап тора, өр-яңы, аталары һөйрәргә уңайлы булһын тип, ҡаты ғына тимер тоҙаҡ та бәйләп ҡуйған, ҡайһылай шәп, теге бауҙар кеүек өҙөлөп аптыратмаясаҡ тип, тауға йүнәлдек. Ярты сәғәт тә үтмәне, ауылыбыҙҙы биҙәп торған Әйләнде тауына барып еттек тә рәхәтләнеп, кәритәгә күмәкләп тә тейәлеп, берәрләп тә ултырып тауҙан шыуабыҙ. Күрәһең, шуҡ малайҙарға ябай ғына итеп шыуып төшөү ялҡытты, яңылыҡ индерергә кәрәк, трамплин эшләргә булдыҡ. Уныһы ла шәп килеп сыҡты, бейегерәк урындан шыуһаң, кәм тигәндә ике өс метрға осорға тейешһең. Иң тәүҙә һынап ҡарар өсөн арабыҙҙағы иң өлкән кешене ултыртып төшөрөп ебәрҙек. Уйлағаныбыҙ килеп сыҡты, хатта артығы менән әллә ҡайҙа тиклем һикертә был трамплин. Был да аҙ булып тойолдо. Шәп шыуған “транспорт”ыбыҙға икешәр кеше ултырып төшөргә булдыҡ. Иң бересе булып игеҙәк малайҙар ултырҙы, артҡа тулырағы, алға ябығырағы ултырып төшөп китте был икәү. Трамплиндан һикертеп кәритә ергә төшөүе булды, әйләнеп тә китте! Тәкмәсләп төшөү үҙенә күрә күңелле ул, беҙҙең “пилоттар”ға ла оҡшағандыр, моғайын. “Шунан да шыуып төшә алманығыҙ, эшкинмәгәндәр!” - тип шаяртып көлә башлағайныҡ, аҫтағылар-ҙың береһе ярһып илай башланы, ә эргәһендә торғаны шаҡ ҡатҡан.
Нимә булды икән тип аҫҡа йүгереп төштөк, ә унда... Ысынлап та шаҡ ҡатырлыҡ күренеш ине, түңкәрелеп барып төшкәндәрҙең береһенең күҙ ҡабағына кәритәне һөйрәр өсөн ҡуйылған теге тоҙаҡ ҡаҙалған. Күҙҙенән ҡан аға, ә тоҙаҡтың осо күренмәй, күҙ ҡабағы аҫтында. Ағалары, күп уйлап тормайынса, теге тоҙаҡты йәһәт кенә һөйрәп тә сығарҙы. Яраланған малайҙы кәритәбеҙгә һалдыҡ та өйгә табан йү-герҙек. Ярты сәғәтлек юлдан ун минутта ҡайтып та еткәнбеҙ. Әллә ауыртҡан урынына ҡар һалып барғанға, әллә ниндәй аңлашылмаған сәбәптәр менән урамға ингәндә малайҙың күҙенән ҡан килеү туҡтағайны. Ә ҙур араны көрт ярып атлап ҡайтмағас, кәритәлә ятҡаныбыҙҙың кәйефе лә күтәрелеп киткән:
– Әйҙәгеҙ, тау батшаһы уйнайыҡ! – тип, юл таҙартҡан тракторҙар ситкә өйөп ҡуйған ҡар өйөмөнә ишараламаһынмы. Беҙ ҙә артыҡ уйлап торманыҡ, әсәйҙәрҙән әрләнмәҫ өсөн уның бар теләктәрен үтәргә әҙер инек. Кис еткәнсе тау өйөмө өсөн көрәшеп уйнаныҡ. Күҙ тураһында бөтөнләй оноттоҡ, атай-әсәйҙәр бер ни ҙә белмәне лә, үҙебеҙ ҙә иғтибар бирмәнек.
Малай күптән инде үҙе атай булды, күҙе лә шәп күрә, һаулығы ла сәләмәт, күҙ теймәһен! Ә шулай ҙа һаман шул тоҙаҡтың боролоп һындырылған үткер осо күҙ алдына килһә, йән өҙгөс булып китә! Хоҙай һаҡлаған күрәһең! Ә хәҙер кеҫә телефондары заманы булһа ла балаларын көнө буйы урамда уйнарға сығарып ебәрергә әҙер ата-әсәләр бармы? Кәритәнең дә модаһы артта ҡалды, хәҙер уның урынына тюбингтар, сноуборд, тау саңғыһы!