Был турала тарих тел һәм әҙәбиәте институтынан белдерҙеләр. Тәү сиратта Шишмә районындағы мавзолейҙар тикшерелә. Уларға оҙаҡ йылдар ентекле иғтибар булған. Беҙҙең көнгә тиклем һаҡланған мавзолейҙар янында емерелгәндәре лә бар. Шишмә районындағы Хөсәйенбәк һәм Турахан, шулай уҡ Күгәрсен районындағы Бәндәбикә кәшәнәләре 14-15-се быуаттарҙа төҙөлгән ти ғалимдар.