Быуаттар үткәс тә башҡорт милләте булараҡ һаҡланып ҡалыу өсөн бөгөндән ҡул һыҙғанып тотонайыҡ! «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»н бергәләп төҙөйөк! Милләтебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда. «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын халҡыбыҙҙың оло йыйыны – V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына өлгөртөү мөһим. Документтың нигеҙен тәшкил итергә тейешле төп элементтарҙы, уның маҡсаттарын, шулай уҡ төҙөлөш механизмын эксперттар менән берлектә ябай халыҡ та билдәләй ала.
Халыҡтан тәҡдимдәр йыйыу, милләт киләсәген хәл итәсәк документты бергәләп төҙөү өсөн махсус сайт асылды: http://strategy.bashkort.org/. Тәҡдимдәрҙе сайтҡа халыҡ үҙе индерә. Уй-фекерҙәрҙе шулай уҡ Ҡоролтайҙың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми битендә (https://vk.com/ik_vkb) ҡалдырырға мөмкин.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.