Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2019, 14:19

Республикала аҙыраҡ бала таба һәм аборт яһата башлағандар

2018 йылда Башҡортостанда тыуым һәм аборттар һаны кәмегән.

Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы оператив кәңәшмәлә акушерлыҡ һәм гинекология буйынса баш штаттан тыш белгес Татьяна Һәүбәнова белдерҙе.
«Тыуымды арттырыу өсөн 2018 йылда мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса 1843 ЭКО процедураһы башҡарылған», — тип билдәләне белгес.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы 2018 йылда 2000 самаһы ҡатын-ҡыҙҙың бушлай ЭКО эшләтә алыуы тураһында хәбәр иткәйне. 2017 йылда яҡынса 6 мең ЭКО процедураһы үткәрелгән, шуның 1500-ө – мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә, йәғни бушлай.
http://www.bashinform.ru/news/1272878-v-bashkirii-stali-menshe-rozhat-i-delat-aborty/
Читайте нас: