Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2019, 13:40

“ҒҮМЕРҘӘРҘЕ БЕРҘӘМЛЕК ҺАҠЛАП ҠАЛДЫ,”

– тип хәтерләй яу йылдарын ветерандар....Был йылдарға күпме ваҡыт үтһә лә, ун йыл барған атыш-шартлауҙарҙы афған һуғышы ветерандары һаман да онота алмай, ә оноторлоҡмо һуң?! Юғалтыуҙар ҙа булғандыр, үкенестәр ҙә. Әммә “Ҡуйылған бурысты үтәп ҡайттыҡ!” – ти ғорур егеттәр. Иҫтәлекле көн алдынан ветерандар – Хәмиҙулла ҒӘЛИЕВ, Винер ФӘХРИЕВ, Радик ШӘРИПОВ менән осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ.


– СССР-ҙың Дәүләт именлеге комите-ты ҡарамағындағы сик буйы ғәскәрҙәрендә 1974-1976 йылдарҙа хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Стәрлетамаҡта троллейбус водителе булып эшләп йөрөгәндә геодезистар часына хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар, – тип һөйләп алып китте ул. “Афғанстанда Башҡортостандан бик күп һалдаттар ҡатнашҡан, ни өсөн шулай килеп сыҡты икән?” – тигән һорауға:

– Башҡортостан егеттәре әҙерлек буйынса бер башҡа юғарыраҡ булып тора ине. Был республикалағы патриотик эш, хәрби комиссариаттың һайлап ала белеүе тураһында һөйләй, ғөмүмән алғанда, әр-мелә республикабыҙҙан килгән егеттәргә айырым мөнәсәбәт. Ә бындай мөнәсәбәт бер һалдат, офицер менән генә яуланмай икәнен аңлайһығыҙҙыр, – тип әңгәмәгә ҡушыла Радик Һаҙый улы ла. Ул йәштәр араһында төрлө саралар, спорт ярыштары ойоштороусы булараҡ таныш, уның етәкселегендә зарница уйындары, афған ветерандары исемдәренә бағышланған турнирҙар, Стәрлетамаҡ районында «Ба-шаҡ» лагерында йәш спецназцылар лагеры эшләп килә. Бындай ағайҙары булғанда Башҡортостан егеттәре әрмелә әле лә – көтөп алынған һалдаттыр, әлбиттә.

Шулай ҙа һуғыш йылдары нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. “Афған халҡы һеҙҙе нисек ҡабул итте, ундағы ғәскәрҙәр менән иңгә-иң терәшеп алыш алып барҙығыҙмы?” – тип ныҡышам әңгәмәселәремдән.

– Беҙҙең частар бер-береһенән айы-рым торҙо, шулай ҙа хәрби заданиеларҙы бергәләп үтәнек. Улар алышты әллә ни әүҙемлек менән алып барманы, бәлки, үҙҙәренең милләттәштәре менән артыҡ ҡан ҡойорға теләмәгәндәрҙер. Әле лә ундағы һалдаттар менән бәйләнеш бар, бик яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ. Аралашыуы ла еңел булды, уларҙың теле аңлашылып тора, өйрәнеп киттек инде, – тип хәтер ебен һүтә афғансылар.

“Таныш булмаған урын, тәбиғәт, тауҙар көрәш алып барыу ҙа ауыр булғандыр?” – тигән һорауыма бер аҙ тын торғас Винер Абдулхай улы яуап бирә:

– Әлбиттә, дошман һәр бер таш ҡайҙа ятҡанын белә, тәбиғәт тә башҡасараҡ, ундағы шарттарға урында йәшәүселәр күпкә сыҙамлыраҡ, тауҙар араһында шәп йүгерәләр. Беҙ ҙә тиҙ өйрәндек, ҡурҡыныс мәлдә үҙеңде һаҡлап ҡалыу инстинкты тоҡана. Эргәңдәге иптәшең бер нәмәгә өйрәтһә, һин уға өйрәтәһең, берҙәм булыу еңеүгә килтерҙе лә инде. Һуғыш аҙағында командирҙарыбыҙ үтә тәжрибәләнде, бейеклек, ҡышлаҡтар булһынмы, юғал-тыуҙарһыҙ баҫып ала башланыҡ. Әлбиттә, ахмаҡланып һөжүм итмәнек, барыһын да алдан схемалар төҙөп, хатта оҡшаш урындарҙа операцияны ентекләп өйрәнеп, күнекмәләр яһап, алға сыҡтыҡ.

– Был ике егет әрмелә хеҙмәт иткән ваҡытта һуғышҡа эләгә, ә мин өлкәнерәк, 29 йәштә, ике баланы ҡалдырып, хәрби командировкаға барҙым. Илдә булған тормош, унда барғас, әкиәттәге кеүек тойолдо. Йәш булһалар ҙа егеттәр күпкә тәжрибәлерәк ине, йәштәрҙән өйрәнергә бер ҡасан да баш тартманым, шул һәләтем мине һаҡлап ҡалды ла инде, – тип һөйләшеүгә Хәмиҙулла ағай ҙа ҡушыла.

Әлбиттә, ветерандарҙың һөйләгән һәр һүҙен гәзит битенә теркәү мөмкин түгел, әммә шуныһы мөһим: был һуғышты бәғзеләр мәғәнәһеҙгә иҫәпләһә лә, әлеге егеттәр өсөн ул – тормоштарында тәрән эҙ ҡалдырған ваҡиға, тормош мәғәнәһен өйрәткән йылдар!


Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: