Мәғлүмәт һәм яңы технологиялар үҫеше хәҙерге йәштәргә яңы һулыш менән йәшәү мөмкинлектәре тыу-ҙыра. Үҙгәрештәр мәлендә башҡорт йәмәғәтселегенә лә юғалып ҡалырға ярамай, был йәһәттән Стәрлетамаҡ башҡорт йәштәр ҡоролтайы тәүге һәм ныҡлы аҙымдарын башланы. Һуңғы ваҡытта ойошторолған флешмобтар, «Етегән» байрамына әҙерләнеүҙәрҙе, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә тыры-шыуҙар быны күрһәтеп тора ла. Ошо көн-дәрҙә ойошторолған конференция ла – йәштәрҙән торған әүҙем йәмәғәтселеккә этәргес көс. Донъя һәм республика кимәлендә зыялы ҡунаҡтар “Арғымаҡ” төркөмөнөң солисы Ринат Рамазанов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡалар менән милләт тураһында, уның киләсәген борсоған һорауҙарҙы хәл итеү юлдарын эҙләү ҙә әлеге йәштәр менән аралашыуға, берләшеүгә асыҡ миҫалдар менән дәлилләнде.
– Беҙҙең уҡыу йортонда бик талантлы студенттар бар, улар шиғырҙар яҙа, китаптар сығара, сәхнәләрҙә ысын әртистәрҙән дә ҡалышмай сығыштар яһай, киноларҙа төшә, фәнни проектар менән сыға. Әммә беҙҙең маҡсат бер генә уҡыу йорто түгел, ә ҡалала булған бөтә йәштәрҙе берләштереп, аралашыу ойоштороу. Сөнки һәр өлкәлә беҙҙең милләт вәкилдәре ниндәйҙер өлгәшеүҙәргә ирешә, уларҙы ҡанатландырырға, күрһәтергә кәрәк, –тине БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ләйсән Йосопова. Ә бына икенсе ҡунаҡ йәштәрҙе үҙ ере менән ғорурланырға саҡырҙы, ҡәҙерен белергә өндәне:
– Ҡаланың тарихи өлөшөндә йыш үтеп йөрөргә тура килде, йәштәр бында ҡасандыр Хөкүмәт йорто булғанына иғтибар бирергә, ғорурланырға тейеш. Әлеге мәлдә Рәсәй Федерацияһының ошондай рәүештә булыуына башҡорттар сәбәпсе, үҙҙәренә автономия алырға теләгән башҡорт халҡы илдә булған бөтә халыҡтарға ла автономияға юл ярҙы. Башҡорттар ярҙамында уларҙың ерҙәренең сиктәре генә түгел, телдәре, мәҙәниәте әлеге кимәлдә һаҡланып ҡалды, – тигән мәғлүмәттәр килтереп үтте Салауат Хәмиҙуллин.
Һәр спикер ҙа йәштәрҙең киләсәген нисек күрергә теләүен һөйләне. Һөй-ләшеүҙәр буласаҡ һөнәрҙәрҙе һайлау, сит илдәрҙә белем үҙләштереү, ҡалала башҡорт йәштәре өсөн мөхит булдырыу тирәләй барҙы.
– Йәштәр бер аҙым алда барырға тейеш, һәр эште алдан белеп эшләргә кәрәк, шул иҫәптән буласаҡ һөнәреңде лә. Киләсәктә һанлы технологияларға күсеү бик күп һөнәрҙәрҙе юҡҡа сығарасаҡ, бухгалтерҙарҙы миҫал итеп алайыҡ. Беҙгә хәҙер бухгалтерға уҡырға түгел, был эште башҡарыусы программа уйлап табыусылар кәрәк. Милләтебеҙгә ҙур мәсьәләләр ҡуябыҙ икән, һәр беребеҙ айырым ниндәйҙер эш алып барырға кәрәкмәй, күмәкләшеп ҙур саралар ойошторһаҡ, уның һөҙөмтәһе күренер ине, – тине Ринат Рамазанов.
Әйткәндәй, сарала сығыш яһау-сыларҙың һәммәһе лә йәш сағы Стәр-летамаҡҡа бәйле икәнлеген билдәләп үтте, тап ошо ҡала күптәрҙең йәшлеге, мөхәббәт йылдары тип иҫтәрендә ҡалған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы-ның Стәрлетамаҡтағы бүлексәһе арта-бан ошондай мөхитте һаҡлап ҡалыу йәһәтенән эш алып бармаҡсы. Һәм тиҙҙән ҙур сараларҙың береһе «Етегән» байрамына йәштәрҙе саҡыра. Ул байрам да йәштәребеҙҙең киләсәген төҙөүҙә ҙур роль башҡара.