Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2019, 14:10

ҮҘ ТЕЛЕНДӘ АРАЛАШҠАН БАЛАНАН ДА ҺӨЙКӨМЛӨ БАЛА ЮҠ!

2019 йыл – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан Халыҡ-ара ерле (аҫаба) халыҡтар телдәре йылы тип иғлан ителде. Был беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле һәм шатлыҡлы ваҡиға. ЮНЕСКО шулай уҡ 21 февралде – Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип билдәләгәйне. Ошо уңайҙан БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки фи-лологияһы факультеты деканы Рәйсә ИЛИШЕВАға һәм ошо факультет нигеҙендә эшләп килгән татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы мөдире Илсур МАНСУРОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һеҙҙең иғти-барығыҙға улар менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Рәйсә Хәкимовна, бөгөнгө көндә ҡала шарттарында туған тел мәсьәләһенә бәйле ниндәй проблемаларҙы әйтер инегеҙ?
– Башҡортостанда ҡала башҡорттары проблемаһы, ҡалаларҙа күп милләтле мәҙәни мөхит булдырыу ҙур социаль-мәҙәни мәсьәлә булып ҡала. Бик күп йылдар ҡаланы ауылдан күсеп килеүсе халыҡ тулыландырып, милли мөхитте “һуғарып” торҙо. Хәҙер был ағым кәмене, хатта ул юҡҡа сыҡты, тиһәк тә була. Заводтар элекке һымаҡ эшсе көстәр саҡырып тормай, ҡалалар ауыл еренән килгәндәрҙе ҡабул итергә әҙер түгел: эш, торлаҡ һ.б... Ҡасандыр ауылдарҙан уҡыу йорттарына күпләп ағылған йәштәр миграцияһы ла һайыҡты. Ауылдың демографик хәле уның “ҡартая” барыуын күрһәтә. Ауылдарҙа мәктәптәр һаны ла аҙая бара. Ошо шарттарҙа ҡалалар милли телдә аралашыусы мөхитте үҙҙәре булдырырға, булғанын күҙ ҡараһы кеүек һаҡларға, үҫтерергә бурыслы. Был масштаблы мәсьәләләрҙе ҡалабыҙҙың милли интеллигенцияһы тәрән аңлай, тигән фекерҙәмен. Ҡала йәмәғәтселек ойошмалары стратегик характерға эйә булған ошондай мәсьәләләргә иғтибарҙы тағы ла нығыраҡ йүнәлтер, тип ышанам.
– Ҡалала туған телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса башҡарылған эштәрҙән нимәләрҙе айырып күрһәтер инегеҙ?
– Беҙҙә юғары белемле туған тел һәм әҙәбиәт белгестәре әҙерләүҙең бай тарихы бар. Б.Б.Ғафаров, Д.С.Тикеев, Х.Ғ.Йосопов, Т.Ә.Биҡҡужина, И.Ғ.Вәлитов, Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, Л.Л.Сәмиғуллина һ.б. данлы шәхестәр бик күптәрҙең остазы. Беҙҙең уҡытыусыларҙың хәҙерге быуыны ла традицияларҙы дауам итеү йүнәлешендә ҙур тырышлыҡ күрһәтә.
Һуңғы йылдарҙа ҡала мәктәптәренең милли телдәрҙе уҡытыуҙа ҙур тәжрибә туплауын инҡар итеп булмай, был – беҙҙең төп байлығыбыҙ. “Йыл педагогы”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”, “Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” ярышмаларындағы асыштар һәммәбеҙгә лә мәғлүм. Көслө, заманса алымдарҙың барлыҡҡа килеүе, тәрбиәселәр һәм уҡытыусыларҙың яңы быуынының үҫеп сығыуы – яҡшы күренеш. Мәғариф өлкәһен тулыһынса алһаҡ, туған телдәргә бәйле бөтә мәсьәләләрҙе комплекслы һәм уңышлы хәл итеү өсөн белем биреүҙең төрлө баҫҡыстарын бер системала ҡарарға кәрәк: балалар баҡсалары – мәктәптәр – урта һәм юғары белем биреүсе уҡыу йорттары. “Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” программаһы ҡабул ителгәндә, төп һорауҙар ошо күсәгилешлелекте тәьмин итеү тирәһендә барҙы. Программала өс йүнәлеш бар: “Рус теле”, “Башҡорт теле”, “Туған телдәр”. Программа телдәрҙе өйрәтеүҙә мәғлүмәт һәм һанлы технологияларҙы индереүҙе, йәштәр араһында туған телдәрҙә аралашыуҙы популярлаштырыуҙы алға ҡуя. Заман менән бергә телде үҙләштереүселәрҙең талаптары ла үҙгәрә – уларға яраҡлашырға кәрәк. Мәҫәлән, туған телдәрҙе уҡытыу һәм үҫтереү һанлы технологияларға барып бәйләнде.
Туған телдә белем алыу мәсьәләһенең үҙ телеңде предмет булараҡ өйрәнеүҙән байтаҡҡа киңерәк икәнлеген онотоп ебәрмәйбеҙме икән, тигән һорау ҙа бар. Ҡаршылыҡтар бар, әлбиттә: стандарттар, федераль кимәлдә раҫланған дәреслектәрҙең юҡлығы. Йәнә лә БДИ тапшырыу кәрәклеге. Әммә Конституция буйынса, Рәсәй гражданы география, математика кеүек предметтарҙы ла үҙ туған телендә үҙләштерергә хоҡуҡлы. Башта һис юғы башланғыс кластарҙа ошо хоҡуҡ менән файҙаланыу мөмкинлеген булдырырға ине. Киң йәмәғәтселек, ата-әсәләр тара-фынан ошо рәүешле һорау ҡуйылғаны юҡ, шикелле. Ҡасандыр төпкөл ауылдарҙа химия, физика кеүек фәндәрҙе үҙ телендә үҙләштереп, Мәскәүҙә белем эстәгән, илдә ҙур ғалим булып танылған шәхестәребеҙ бар. Туған телдә уйлау-фекерләү кешегә тыумыштан килгән һәләттәрен асырға мөмкинлек биргәнлеге фәндә күптән иҫбат ителгән – шуны ла онотмаһаҡ ине. Туған телен белеү кешенең күңел донъяһын бөтөн итә, ата-әсәһе менән рәхәтләнеп үҙ телендә аралашҡан баланан да һөйкөмлө бала юҡ.
– Телде өйрәнеүгә бәйле теләктәрегеҙ...
– Халыҡ-ара туған телдәр көнө Стәрлетамаҡ өсөн айырым бер әһәмиәткә эйә. Башҡортостанда милли телдә сыҡҡан матбуғаттың, нәшриәттең, милли телдә тәүге спектаклдәр ҡуйған театрҙың бишеге бит ул ҡалабыҙ. Шундай тарихлы булыу – һөйөнөс тә, яуаплылыҡ та. Стәрлетамаҡтың бай тарихын онотмайыҡ, һаҡлайыҡ, аманат итеп йәш быуынға еткерәйек. Илен һаҡлаған – телен һаҡлаған!
– Рәхмәт Рәйсә Хәкимовна! Илсур Сәлихйәнович, ә һеҙгә шундай һорау менән мөрәжәғәт иткем килә: үҙегеҙ етәкләгән татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Уның тарихы, был кафедрала үҙегеҙ ҡасандан бирле эшләйһегеҙ – ошолар тураһында ҡыҫҡаса таныштырып үтегеҙ әле.
– Стәрлетамаҡ педагогия институтында башта татар теле уҡытыусылары әҙерләй башлайҙар, ә бер йылдан һуң, йәғни 1994 йылда сыуаш теле буйынса белгестәр әҙерләүгә тотоналар. Үҙем Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң 1996 йылда бында эшкә килдем. Ассистенттан алып доцент, кафедра мөдире дәрәжәһенә күтәрелдем. Беҙҙең кафедра 1997 йылда асылды. 1997-2012 йылдарҙа кафедраны Илшат И.С.Насипов етәкләне. Ул – был кафедраға нигеҙ һалыусы. Мин кафедраны 2012 йылдан етәкләйем. Башта беҙҙең бүлек милли мәктәптә рус теле кафедраһына ҡараны. Татар теле буйынса И.С.Насипов, сыуаш теле буйынса Е.И.Иванова яуаплы ине. Хәҙер башҡорт һәм төрки филологияһы факультетына ҡарайбыҙ. Студенттар аҙайыу сәбәпле, башҡорт, татар, сыуаш филологияһы бүлектәрен бергә ҡуштылар. Йәғни һәр кем үҙ телен өйрәнһә лә, бер факультет тип атала. Әлеге көндә татар һәм сыуаш бүлегендә уҡыусылар көндөҙгө бүлектә 60-тан артыҡ студент, ситтән тороп уҡыу бүлегендә лә 60-тан ашыу студент белем ала.
2018 йылда туған тел һәм инглиз теле буйынса йүнәлеш астыҡ. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә уҡыусылар туған тел һәм әҙәбиәт буйынса башланғыс белем биреү йүнәлешендә белем ала.
– Сирек быуат – аҙ ғүмер түгел. Ошо йылдар эсендә татар һәм сыуаш теле кафедраһында башҡарылған эштәрҙе, ҡаҙаныштарҙы һанап үтһәгеҙ ине.
– Быйыл шулай уҡ татар теле бүлегенең беренсе сығарылышына 20 йыл булды. Кафедраның юбилейына бәйле, әлеге сара айҡанлы студенттар, мәктәп уҡытыусылары менән осрашыуҙар, төрлө саралар үткәрәбеҙ.
2012 йылда беҙҙең кафедра Рәсәй күләмендә “Алтын кафедра” исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ Рәсәй күләмендә сыуаш телен өйрәнеү буйынса “Рәсәй фундаменталь тикшереүҙәр фонды” грантын оттоҡ. Беренсе грант 1,5 миллион һумлыҡ ине. Әле бына быйыл сыуаш туй йолаларын өйрәнеү буйынса бер йылға 850 мең һумлыҡ грант оттоҡ. Ошо аҡсалар Башҡортостанда йәшәүсе сыуаштарҙың ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүгә, фәнни хеҙмәттәр баҫтырыу өсөн тотонола. БР Мәғариф министрлығы тәҡдиме буйынса Башҡортостандағы мәктәптәр өсөн татар телен өйрәнеүгә уҡыу ҡулланмалары проекты өҫтөндә эшләйбеҙ. Студенттарыбыҙ халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнаша. Сыуаш теле буйынса бик матур һөҙөмтә – бер студентыбыҙ Мәскәүҙә уҙғарылған фестивалдә I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Беҙҙең бүлекте тамамлаусыларҙың күпселеге белгеслек буйынса эшләйҙәр. Беҙҙең сығарылыш уҡыусылары араһында мәктәп директорҙары, фән кандидаттары, мәғариф бүлегендә эшләүселәр, жур-налистар, юғары вазифалар биләүселәр ҙә һәм шулай уҡ башҡа йүнәлештәрҙә эшләүселәр ҙә бар. Күптәр юғары исемдәргә лайыҡ булдылар. Республика күләмендә уҙғарылған “Татар теле йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүселәр һәм финалға сығыусылар бар.
– Туған телде өйрәнеүҙең әһәмиәте нимәлә?
– Туған тел – кешенең кеше булараҡ, шәхес булараҡ формалашыуында мөһим роль уйнай. Сөнки ул ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға күсә килгән аңды, фекерләүҙе, рухты дауам итеүсе фактор. Туған тел бөгөн бик актуаль булып тора. Туған телен белмәгән бала үҙенең ата-әсәһенән, нәҫел-ырыуынан йыраҡлаша бара, ата-әсә менән бәйләнеш өҙөлә. Быуындар араһында аталар һәм балалар араһында аңлашылмаусанлыҡ һәр ваҡыт булған һәм бар. Туған телде өйрәнмәү ошо проблеманы ҡатмарландыра. Үҙемдең фәнни эшем сит илдәрҙә йәшәүсе татарҙарҙың әҙәбиәте, мәҙәниәте мәсьәләләренә бәйле. Кеше ни тиклем күберәк тел белгән һайын башҡа телдәрҙе тиҙерәк яҡшыраҡ өйрәнә. Сит ил ғалимдарының социологик тикшеренеүендә шул асыҡланған – үҙ телен белмәгән бала әҙәп, әхлаҡ яғынан тотанаҡһыҙ була. Нәҡ шундайҙар араһында енәйәтселек арта.
Филолог булараҡ, ата-әсәләргә әйтке килә: туған телде өйрәнеү сит телдәргә – инглиз, немец телдәрен өйрәнеүгә бер нисек тә ҡамасауламай, киреһенсә, файҙаға ғына. Сөнки телдәрҙе сағыштырып өйрәнеү мөмкинлеге була. Ата-әсәләргә көндәлек аралашыуҙа мөмкин тиклем туған телдә һөйләшергә кәрәк. Балаларҙың матур итеп әсә телендә һөйләшеүҙәрен теләр инем.
Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: