Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2019, 11:57

Стәрлетамаҡ районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы уҙҙы.

Медпункт балалар баҡсаһы менән бер бинала урынлашҡан, айырым инеү урыны бар, биләмә кәртәләп алынған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер бүлмәһе, процедура һәм прививка яһау кабинеттары, көтөү бүлмәһе, йылы санузел һәм инвентарь һаҡлау урыны бар.
Бығаса Түбәнге Уҫылы һәм Сулпан ауылдарында йәшәүселәргә тәүге медик-санитар ярҙамды алыу өсөн 3,5 саҡрым алыҫлыҡтағы Үрге Уҫылы ауылындағы амбулаторияға йәки Стәрлетамаҡтағы поликлиникаға йөрөргә тура килә ине, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Хәҙер 400-гә яҡын кеше, шул иҫәптән 71 бала Түбәнге Уҫылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәүге медик-санитар ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
http://www.bashinform.ru/news/1275182-v-sterlitamakskom-rayone-poyavilsya-novyy-fap-/
Читайте нас: