Тейешле указға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ 19 февралдә рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Карантин булған биләмәлә эт-бесәйҙәр күргәҙмәһе ойоштороу, йорт хайуандарын һатыу, уларҙы ауылдан ситкә сығарыу һәм ҡырағай йәнлектәрҙе аулау тыйыла. Был саралар карантинды алыу тураһында рәсми ҡарарға тиклем ғәмәлдә була.
Шуға бәйле Башҡортостандың Ветеринария идаралығына сир сәбәптәрен һәм барлыҡҡа килеү сығанаҡтарын билдәләү, ҡотороу сығанағын бөтөрөү сараларын ойоштороу бурысы йөкмәтелде. Указдың үтәлешен республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов контролдә тота.
http://www.bashinform.ru/news/1276259-v-bakalinskom-rayone-bashkirii-vveli-karantin-po-beshenstvu/