Ашҡаҙар
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2019, 15:26

Республикала үҙенсәлекле датала 60 пар өйләнешкән

Башҡортостанда үҙенсәлекле датала — 2019 йылдың 19 февралендә 61 пар никахтарын теркәргә хәл иткән, тип хәбәр итә республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты. Баш ҡалала 20 пар ғаилә ҡорған.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был көндә никахтар ғариза биргәнгә ҡарағанда күберәк теркәлгән. Ғәҙәти көн булғанғалыр, никах теркәү тантаналары ябай ғына үткән.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, күп парҙар никах теркәү өсөн «матур даталар» һайларға тырыша. Уҙған йылда ошо көндәр: 08.08.18, 18.08.2018, 18.12.2018. Өйләнешеүселәр төрлө байрамдарға бәйле даталарҙа: 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, 14 февралдә Изге Валентин көнөндә туй үткәрергә теләй.
http://www.bashinform.ru/news/1275730-v-bashkirii-v-zerkalnuyu-datu-19-02-2019-pozhenilis-60-par/
Читайте нас: