Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2019, 15:06

Сибай балалары Ҡырымға ял итергә юлланды

Сибай балалары Евпаториялағы «Хыял» шифаханаһына дауаланырға юлланды. Был хаҡта үҙенең «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә ҡала башлығы Рөстәм Афзалов хәбәр итте.



Агентлыҡ алдан хәбәр иткәнсә, балаларҙың икенсе төркөмө — 250 бала Ҡырымға 10 мартта юллана.


Башҡортостандан 500 баланы һауыҡтырыуға ебәреү тураһында ҡарар Ҡырым делегацияһының Өфөгә сәфәре барышында ҡабул ителде.


Шифаханаға тәү сиратта санитар-һаҡлау зонаһына яҡын урынлашҡан биләмәлә йәшәгән һәм медицина күрһәтмәһе буйынса шифаханала дауаланыуға мохтаж балалар ебәрелә.

Читайте нас: