Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2019, 13:32

Ҡаһармандарыбыҙ!

Республикабыҙҙың данын арттырырҙай шәхестәргә, шөкөр, байбыҙ. Кемдер үҙенең дауҙағы фиҙаҡәр хеҙмәте менән тәрән эҙ ҡалдырһа, кемдер яуҙағы батырлыҡтары аша данлы. Таһир Күсимов, Александр Матросов...


Был исемдәр ҙә беҙгә яҡшы таныш. Быйыл Таһир Тайып улының тыуыуына 110 йыл булһа, Шакирйән Юныс улының (батырҙың ысын исеме Шакирйән Мөхәмәтйәнов) 90 йыллығы. Эйе, исемдәр яҡшы таныш, әммә уларҙың батырлыҡтарының эстәлеген дә онотоп китмәһәк ине.

Башҡорт совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов 1943 йылдың 27 сентябрендә Днепрҙы дошман уты аҫтында кискәндә айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә. 26 сентябрҙә уның полкы беренсе булып Днепрға килеп етә. Төрлө ҡулайлаштырылған әйберҙәрҙән, ишектәрҙән эшләнгән һалдарҙа 27 сентябрҙә полк һалдаттары дошмандың артиллерия һәм миномет уты аҫтында Дымарка һәм Неданчичи ауылдарынан көнбайыштараҡ Днепрҙың уң яҡ ярына сыға. Бында полк яр буйлатып 2,5 километр тирәһе киңлектә плацдарм тотоп тора, дивизияның башҡа частарының йылғаның уң яғына сығыуын тәьмин итә. Күсимов полкы 77 дошман һалдатын, ике офицерын һәм күп кенә техникаһын, ҡоралын ҡулға төшөрә. Был алыштан һуң Таһир Күсимов III дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә, 1944 йылдың 15 ғинуарында уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Ҡыҙылармеец Шакирйән Мөхәмәтйәнов иһә 1943 йылдың 27 февралендә Псков өлкәһе Чернушки ауылы өсөн ҡаты һуғышта кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплай һәм үҙенең батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Был батырлығы өсөн Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Батырҙы башта Чернушки ауылы янында ерләйҙәр, һуңынан Великие Луки ҡалаһына күсерәләр. 1943 йылдың 8 сентябрендә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкына Александр Матросов исеме бирелә.
Читайте нас: