– 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙәр планкаһын ике йәшәү минимумына тиклем күтәреү, 2019 йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы ҡарау буйынса пособиеларҙы 10 мең һумға тиклем арттырыу;
– ипотека ставкаһын 9 процентҡа тиклем, ә һуңынан 8 процентҡа ҡәҙәр кәметеү, өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләрҙең 450 мең һум ипотека бурысын ҡаплатыу;
– 2021 йылдың аҙағынаса яслеләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү, 2021 йылға тиклем 200 меңдән ашыу урын булдырыу, 90 мең урынды быйыл уҡ булдырыу;
– 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башлау, ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға бер миллион һум аҡса түләү, “Ауыл табибы” программаһының йәшен сикләмәү;
– онкологик сирҙәр менән көрәшкә киләһе алты йылда 1 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү;
– ике йыл эсендә ҡалалар янында 30 проблемалы эре сүплектәрҙе бөтөрөү һ.б.
– микрокредитлау өлкәһендә тәртип урынлаштырыу;
– килемдәрен юғалтыусыларға “ипотека каникулдары” булдырыу;
– бизнесты ҡыҫымға алыу осраҡтарын фашлаған һанлы платформа булдырыу һ.б.