Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2019, 12:59

«Мәғариф» милли проекты буйынса республикаға 1,2 миллиард һумдан ашыу йәлеп ителә

Быйыл «Мәғариф» милли проекты буйынса Башҡортостанға 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителә, тине Мәғариф министрлығы коллегияһында ведомство етәксеһе Айбулат Хажин.

Дәүләт аҡсаһы республика ҡалаларында һәм ауылдарында яңы мәктәптәр төҙөүгә, булғандарын төҙөкләндереүгә, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм ярҙам күрһәтеү үҙәге асыуға, мәктәптәрҙе цифрлаштырыуға, пенсия алды йәшендәгеләргә һөнәри һәм өҫтәмә белем биреүгә йүнәлтелә. «Демография» милли проекты сиктәрендә лә республикаға ҙур аҡса йәлеп ителә, атап әйткәндә, балалар баҡсалары төҙөүгә һәм 1,5-3 йәшлек балаларҙы ясле төркөмдәрендә урындар менән тәьмин итеүгә.
«2021 йылға мәктәпкәсә учреждениелар төҙөүҙе иҫәпкә алып, ә улар 40-тан ашыу буласаҡ, бөтә балалар ҙа тиерлек ясле төркөмдәрендә урындар менән тәьмин ителәсәк», — тип белдерҙе мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы.
Шулай уҡ Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, төбәктең мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары янында консультация үҙәктәре төҙөлә башлай, унда үҫеш яғынан үҙенсәлекле балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә яраҡлашыуҙа, коррекциялауҙа һәм реабилитация эшендә ярҙам күрһәтеү күҙаллана. Быйыл республикала балаларҙы һауыҡтырыуға һәм уларҙың ялына электрон сертификация индерелә. Эшләп йөрөгән бөтә ата-әсәләр ҙә балаларын ҡала ситендәге лагерҙарға һәм шифаханаларға ебәреү өсөн исемле электрон сертификат тултыра ала. Шулай уҡ яңы уҡыу йылынан балалар өсөн түңәрәктәргә һәм секцияларға электрон сертификаттар буйынса түләргә мөмкин.
Бынан тыш, республика мәктәптәре биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсә. Төбәктең мәғариф ведомствоһы башлығы билдәләүенсә, 1 апрелдән мәктәптәрҙең 60% биш көнлөк ойошторола, ҡалғандары алты көнлөк уҡыуҙы 1 сентябргә тамамлай.
http://www.bashinform.ru/news/1277025-po-natsproektu-obrazovanie-v-bashkiriyu-budet-privlecheno-bolee-1-2-mlrd-rubley/
Читайте нас: