Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2019, 12:51

Республика мәктәптәренә тағы 150-гә яҡын автобус кәрәк – Мәғариф министрлығы

Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаларына тағы 150-гә яҡын төрлө маркалы мәктәп автобустары кәрәк. Ошо маҡсатҡа төбәктең Мәғариф министрлығынан 204 миллион һум ҡаралған, был 106 автобус һатып алырға мөмкинлек бирергә тейеш, тип белдерҙе министр вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ведомство коллегияһында.
Әле уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн 1321 мәктәп автобусы йәлеп ителгән. Уҙған йылда республика аҡсаһына 183 мәктәп автобусы һатып алынған. Төбәктә көн һайын 40 меңдән ашыу уҡыусы мәктәпкә автобус менән йөрөй.
http://www.bashinform.ru/news/1276678-shkolam-bashkirii-trebuetsya-eshche-poryadka-150-avtobusov-minobr/
Читайте нас: